4 декабрь, Йәкшәмбе

12 ғинуар 2010 йыл, 9:30

Республикала өс почтамт кәмене

автор: Любовь Колоколова

Быйылғы йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан өс почтамтҡа кәмене. Благовещен районы элемтә үҙәге Өфө почтамты составына, Салауат ҡалаһыныҡы – Ишембай почтамтына, Ә Октябрьский ҡалаһының элемтә үҙәге Туймазы почтамтына ҡушылды.

Был үҙгәрештәр “Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһының почта элемтәһе селтәрендә идаралыҡ аппаратын һәм бер-береһен ҡабатлап килгән функцияларҙы оптималләштереү арҡаһында килеп сыҡҡан үҙгәртеп ҡороуҙарға бәйле башҡарылды. Планда ҡайһы берәүҙәрен ябыу арҡаһында ҡала һәм район почтамттарын эреләтеү ҡаралған. Быға оҡшаш тәүге эштәр республикала 2006-2007 йылдарҙа уҡ булып үткән.

Хеҙмәткәрҙәр коллективы, техника һәм биналар үҙгәртелгән объекттарҙа элеккесә ҡалған. Уларҙың статусы ғына үҙгәргән. Был почтаны эшкәртеү процесын һәм алып барып еткереү ваҡытын уңайлаштырырға һәм хат корреспонденцияһы үткән ваҡытты ҡыҫҡартырға мөмкинлек биргән. Бындай үҙгәртеп ҡороуҙар “Рәсәй почтаһы”ның башҡа филиалдарында ла алып барыла.

БР Федераль почта элемтәһе идаралығы начальнигы Альберт Дүсәлимов һүҙҙәре буйынса, бындай үҙгәрештәр иң элек автотранспорт эшен оптималләштерергә, төп кассаларҙы тейешле кимәлдә тоторға һәм аҡсаны инкассациялауға киткән сығымдарҙы ҡыҫҡартырға булышлыҡ итә. Бынан тыш, почта элемтәһе бүлексәләре һәм күрһәтелгән почта хеҙмәттәре иҫәбен һаҡлау һәм республика почта элемтәһе менән идара итеүҙең етеҙлеген арттырыу менән бергә, почтамттарҙы бергә ҡушыу планлы-финанс эшен үҙәкләштерергә ярҙам итәсәк.  

БР Федераль почта элемтәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда бөгөн  почтамттар һаны 29-ға тиң.