5 декабрь, Дүшәмбе

12 ғинуар 2010 йыл, 9:10

Рафаил Гәрәев вафат булды

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

2010 йылдың 11 ғинуарында 21-се төҙөлөш тресы 95-се механизацияланған күсмә колоннаһының  элекке ташсылар бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы Рафаил Закир улы Гәрәев оҙаҡ ауырығандан һуң 80-се йәшендә вафат булды.

Рафаил Гәрәев 1930 йылдың 15 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Мишкә районында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген колхозда башлай. ФЗО мәктәбен тамамлағандан һуң 1949 йылдан башлап 21-се треста ташсы булып эшләй.

1960 йылдан 95-се ПМК-ла ташсылар бригадиры була. Уның әүҙем ҡатнашлығында бик күп торлаҡ йорттар, “Өфөнефтехим”, “Өфөоргсинтез” асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, 3-сө, 4-се ТЭЦ кеүек йылылыҡ энергетикаһы һәм нефть химияһының мөһим объекттары файҙаланыуға тапшырыла. Благовещен ҡалаһында арматура һәм ҡаҙау заводтары, шулай уҡ “Башбиохимкомбинат” төҙөлә. Р.З. Гәрәев етәкселегендәге бригада Турбаҫлы ҡошсолоҡ фабрикаһын, Илеш, Благовещен, Өфө, Асҡын райондарында социаль-мәҙәни һәм ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге бик күп объекттарҙы күтәрә.

Төҙөлөш тармағында эшләү дәүерендә Рафаил Закир улы үҙен юғары профессиональ белгес, производствоны оҫта ойоштороусы, йәш эшселәрҙең остазы булараҡ күрһәтә.

Күп йыллыҡ хеҙмәт ҡаҙаныштары һәм республиканың әһәмиәтле объекттарын төҙөүгә шәхсән ҙур өлөш индергәне өсөн ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, “Почет Билдәһе” ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә. 1971 йылда уға юғары исем -  Социалистик Хеҙмәт Геройы, 1967 йылда “БАССР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе” исеме бирелә. Өфө ҡалаһының Хеҙмәт даны китабына индерелгән.

Ул принципиаллеге, изге күңеллелеге, ябайлығы һәм кешеләргә ҡарата иғтибарлы булыуы менән айырылып торҙо.  

Һәләтле белгес, етәксе, изге, һоҡланғыс кеше Гәрәев Рафаил Закир улы хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Некрологка М.Ғ. Рәхимов, К.Б. Толкачев, Р.С. Сарбаев, Н.А. Курапов, С.Н. Лаврентьев, Р.Р. Ибәтуллин, Ф.Ә. Ямалетдинов, П.Р. Качкаев, М.М. Бикбулатов, В.М. Андреев, Р.Н. Сәүбәнов, М.С. Муллағәлләмов ҡул ҡуйған.

темалар: некролог