Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Аяз ятҡылығы миллион тоннанан ашыу нефть бирәсәк

Иҡтисад

Башҡортостандың Дыуан районында урынлашҡан Аяз ятҡылығынан миллион тоннанан ашыу нефть алырға мөмкин буласаҡ. Анализдарҙан күренеүенсә, Дыуан нефте составында, республика буйынса уртаса күрһәткестәр менән сағыштырғанда, көкөрт миҡдары аҙ, тығыҙлығы һәм үҙлелеге түбән.

Ятҡылыҡ бер нисә тиҫтә йыл элек үк асылғайны, ләкин нефть табыусылар уның менән күптән түгел генә ҡыҙыҡһына башланылар: элек уларҙы юғары дебитлы скважиналар ғына ҡыҙыҡһындырҙы.

Тендер барышында Аяз нефть-газ ятҡылығы менән шөғөлләнәсәк компания билдәләнде. Был эш менән «ОЗНА» компанияһының (филиалы — Октябрьский ҡалаһында) Нижневартовскиҙа (Ханты-Манси автономиялы округы) урынлашҡан проект дивизионы — Тәбиғәттән файҙаланыу институты шөғөлләнәсәк.

Тендер шарттарына ярашлы, Институт өс куст майҙансығында 17 скважина ҡороу буйынса проект эштәрен башҡарасаҡ. «ОЗНА» компанияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, өс километрлыҡ коммуникациялар коридоры, һурҙырыу станцияһы, нефть ҡойоу пункты һәм башҡа объекттар проекттарын эшләү бурыстары тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть