8 декабрь, Кесе йома

11 ғинуар 2010 йыл, 17:39

Башҡортостандың ике предприятиеһы Берлинда “Йәшел аҙна”ла ҡатнашасаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

15 ғинуарҙа Берлинда иң ҙур аграр форум — “Йәшел аҙна” халыҡ-ара ауыл сәнәғәте күргәҙмәһе асыласаҡ.

Был абруйлы агрофорум Германияла 1926 йылдан башлап йыл һайын үткәрелә. “Йәшел аҙна” ауыл хужалығы ҡаҙаныштарының, аҙыҡ-түлек тауарының һәм баҡсасылыҡтың үҙенсәлекле күргәҙмәһенә әйләнгән. 2010 йылда ла ҙур үҙгәрештәр көтөлмәй.

Рәсәй Федерацияһының делегацияһы бына инде 15 йыл мәртәбәле халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнаша. Быйыл үҙенең ҡаҙаныштарын Рәсәйҙең 16 төбәге күрһәтәсәк, шул иҫәптән Волга буйы федераль округынан ике төбәк: Башҡортостан һәм Һарытау өлкәһе. Рәсәй экспозицияһына ғәҙәттәгесә 6 мең квадрат метрлыҡ айырым бина бүленгән.

Илебеҙҙең милли экспозицияһында яңы технологиялар һәм ауыл хужалығы производствоһы, аҙыҡ һәм етештереү сәнәғәте өлкәһендәге фәнни ҡаҙаныштар, аҙыҡ-түлектең тулы ассортименты, халыҡ промыслалары әйберҙәре күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ.

Башҡортостандың ике предприятиеһы – “Башспирт” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән “Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса башҡорт фәнни-тикшеренеү үҙәге” дәүләт учреждениеһы делегаттар иҫәбендә. Европа халҡы “Башҡорт стандарты”, “Уфимка”, “Федор Шаляпин”, “Платиналы”, “Баланлы”, “Аҡ сәй”, “Ҡырағай бал” кеүек спиртлы эсемлектәрҙең юғары сифатын баһалай аласаҡ. Даими ҡатнашыусы һәм призлы урындар алыусы “Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса башҡорт фәнни-тикшеренеү үҙәге” был юлы ла конкуренттарына бер ниндәй ҙә өмөт ҡалдырмаясаҡ. Башҡорт ҡортсолары быяла, пластик һәм сувенир ағас һауыттарға һалынған тәбиғи бал менән ҡыуандырасаҡ. Шулай уҡ умартасылыҡ продукттары нигеҙендә эшләнгән косметика тәҡдим итәләсәк.

Делегация етәксеһе -  Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов. Республика делегаттары иҫәбендә “Алексеевский” совхозының генераль директоры Евгений Майстренко, Бөрө районы муниципаль район хакимиәте башлығы Николай Хорошилов һәм «Башспирт» вәкилдәре бар.