6 декабрь, Шишәмбе

11 ғинуар 2010 йыл, 17:23

Указға ҡул ҡуйылды

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

2009 йылдың 31 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов «Башҡортостан Республикаһы дәүләт граждандар хеҙмәте вазифаларын биләүгә дәғүә итеүсе граждандарҙың һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт граждандар хеҙмәткәрҙәренең табыштары, мөлкәте һәм милек характерындағы йөкләмәләре тураһында мәғлүмәттәр биреүе тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы.

Указ менән тейешле Положение раҫланды. Дәүләт граждандар хеҙмәте вазифаларын биләүгә дәғүә итеүсе граждандың һәм дәүләт граждандар хеҙмәткәренең, шулай уҡ уның хәләл ефетенең һәм балиғ булмаған балаларының табыштары, мөлкәте һәм милек характерындағы йөкләмәләре тураһында белешмә формалары раҫланды.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенә Башҡортостан Республикаһы Президенты акттарын ошо Указға ярашлы хәлгә килтереү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушылды.

Указ рәсми баҫылып сыҡҡан көндән алып көсөнә инә.