Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала депутатлыҡҡа 200 кандидат теркәлгән

Сәйәсәт

БР Үҙәк һайлау комиссияһы хәбәр итеүенсә, 2010 йылдың 9 ғинуарына ҡарата 14 мартта үтәсәк һайлауҙарға депутатлыҡҡа 207 кандидат теркәлгән, шуларҙың 122-һе – сәйәси паритяларҙан (шул иҫәптән “Берҙәм Рәсәй”ҙән – 72, КПРФ – 14, ЛДПР — 12), үҙҙәрен үҙҙәре күрһәткәндәр – 85 кеше. Территориаль һайлау комиссиялары депутат мандатына дәғүә итеүселәрҙән 193 кандидатты теркәгән.

БР Үҙәк һайлау комиссияһы һайлауҙарҙы әҙерләү һәм үткәреү эше һайлау ҡануниәте талаптарына ярашлы башҡарыласаҡ, тип белдерә.

Белешмә өсөн, 14 мартта Башҡортостанда 59 һайлау кампанияһы үтәсәк, уның барышында 72 депутат мандаты алмаштырыласаҡ. Улар иҫәбендә — Төньяҡ (N33), Көньяҡ (N49) һәм Мәләүез (N50) кеүек бер мандатлы һайлау округтары буйынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙар үтеүе ҡаралған, шулай уҡ Салауат, Сибай, Ишембай, Яңауыл Советтарына һәм бер нисә муниципаль районда өҫтәмә депутаттар һайланасаҡ. Һайлауҙарҙа 203 мең кеше ҡатнашыуы көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть