10 декабрь, Шәмбе

11 ғинуар 2010 йыл, 16:53

Яҙғы сессияла Дума 550 самаһы закон проектын ҡараясаҡ

автор: Марина Шумилова

Дәүләт Думаһының бөгөн асылған яҙғы сессияһы сиктәрендә депутаттар 550-нән ашыу закон проектын ҡараясаҡ, тип хәбәр итте Дәүләт Думаһы Рәйесе Борис Грызлов.

Сессия башына Думаның закон проекттары эше портфелендә 550-нән ашыу закон проекты тупланған, шуларҙың 50-һен комитеттар өҫтөнлөклө тип билдәләне, тине спикер.  Президенттың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе положениеларын тормошҡа ашырыу буйынса эш дауам иттереләсәк, өҫтөнлөктәр иҫәбендә – беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән  «Дәүләт (муниципаль) хеҙмәтләндереүҙәре күрһәтеүҙе һәм дәүләт (муниципаль) функцияларын башҡарыуҙы ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында» закон да.

Закон проекттары эшенең ҙур блогы электр энергетикаһы тураһында закондарҙы камиллаштырыуға арналасаҡ. Бында Саян-Шушенск ГЭС-ында ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуыу менән бәйле шарттарҙы парламент тикшереүе һөҙөмтәләре иҫәпкә алынасаҡ.

2010 йылға беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ өсөн мөһим дата – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы тура килә. Эштең бөтә йүнәлештәре араһында парламентарийҙар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ярҙам тураһында ҡарарҙарҙың, шул иҫәптән ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү тураһындағы закондарҙың нисек үтәлеүен контролгә алыуға айырыуса ҙур иғтибар бүләсәк.