9 декабрь, Йома

11 ғинуар 2010 йыл, 15:04

Яныбай Хамматовтың «Төньяҡ амурҙары» романы буйынса киносценарийҙар конкурсы иғлан ителде

автор: Әлфиә Әһлиуллина

«Башҡортостан» киностудияһы Яныбай Хамматовтың «Төньяҡ амурҙары» романы буйынса тулы метражлы фильм төшөрөү өсөн киносценарийҙар конкурсы үткәреү тураһында иғлан итте. Унда ҡатнашыуға Башҡортостанда тыуған йәки даими йәшәгән Рәсәй Федерацияһы граждандары саҡырыла. Киностудиянан хәбәр итеүҙәренсә, дәғүәселәрҙең йәше һәм белеме мөһим түгел.

Ҡатнашыусыларға түбәндәге талаптар ҡуйыла: бөтә конкурс эштәре рус йәки башҡорт телендә сценарий тексынан, синопсистан һәм авторҙың ҡыҫҡаса автобиографияһынан торорға тейеш. Бынан тыш, тәҡдим ителгән материал конкурс талаптарына һәм концепцияһына тап килергә тейеш. Эштәр ҡағыҙҙа һәм электрон формала яҙылған көйөнсә 2010 йылдың 1 мартына тиклем ҡабул ителә.

Конкурсҡа йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе наградлау Өфөлә апрель башында үткәреләсәк. Ойоштороусылар әйтеүенсә, конкурс еңеүсеһе сценарийы Яныбай Хамматовтың «Төньяҡ амурҙары» романы буйынса тулы метражлы фильмдың әҙәби нигеҙе булып торасаҡ, ә сценарий авторына фильм төшөрөүҙә хеҙмәттәшлек тәҡдим ителәсәк.

Киносценарийҙар конкурсы маҡсаттары һәм бурыстары булып һәләтле авторҙарҙы асыҡлау һәм яҡлау, башҡорт әҙәбиәтенең “алтын фонды”н экранлаштырыуға ҡыҙыҡһыныуҙы дәртләндереү,  Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының гуманизм, рухлылыҡ, ватансылыҡ һәм башҡа әхлаҡи сифаттары менән һуғарылған темалар эҙләп табыу тора.