3 декабрь, Шәмбе

11 ғинуар 2010 йыл, 10:31

Раил Сарбаев Асҡын һәм Тәтешле райондарында булды

автор: Михаил Сытин

БР Хөкүмәтенең Премьер-министры Раил Сарбаев Асҡын һәм Тәтешле райондарына эш сәфәре барышында Башҡортостандың төньяҡ территорияһының социаль-иҡтисади хәле менән танышты.

Махсус иғтибар юғары продуктлы малсылыҡ, ауыл хужалығы сәнәғәте һәм кесе хужалыҡтарға ярҙам итеү кеүек мәсьәләләргә йүнәлтелде.

Үткән йылдың йәйендә Асҡын районында инвесторҙар республика етәкселеге ҡатнашлығында Яңы Ҡара ауылы янында малсылыҡ комплексын тергеҙә башлағайны. Бөгөн “Танып-агро” комплексында ҡара-ала һәм семменталь тоҡомло 370 баш һыйыр тотола, яҡын арала тағы ла ошондай 200 баштан ашыу эре мал килтерелеүе көтөлә. Йәйгә, 550 үгеҙҙе һимертеүгә иҫәпләнгән корпус сафҡа индерелгәс, мал иҫәбе проект ҡеүәтенә — 1700 башҡа етәсәк.

Параллель рәүештә эшкәртеү тармағы ла яйға һалына – Асҡын май-сыр заводы ит эшкәртеү цехына үҙгәртелә. Беренсе продукция эксперт һығымтаһын алыуға ебәрелгән. Быйылғы йылдың йәйендә цех проекттың тулы ҡеүәтенә — тәүлегенә 5 тонна ит продукцияһын сығарыуға етеүе күҙаллана. Ошонда уҡ һөт эшкәртеү цехы ла асыла, уның өсөн ҡорамалдар тиҙҙән районға килеп етәсәк.  

Яңы цехтың сеймалға булған ихтыяжын иҫәпкә алғанда, уҙған йылда малсылыҡ секторын үҫтереүҙәге өҫтөнлөклө йүнәлештәргә етештереүсе кесе хужалыҡтарға ярҙам итеү мәсьәләһен индереүҙәре актуаль мәсьәләгә әүерелә.    

“Танып-агро” район хакимиәте менән берлектә 20 баш малға иҫәпләнгән мини-фермалар үҫеше программаларын ҡулланырға иҫәп тота. Был комплексы программа юғары продуктлы мал тотолған хужалыҡтарға һауыу аппараттарын бүлеп биреү, артабан уны хеҙмәтләндереү һәм йыл әйләнәһенә килешеүҙәр нигеҙендә һөт менән ит һатып алыуҙы ойоштороуҙы күҙҙалай. Уларға, шулай уҡ, бесәнлектәр һәм бесәнде сәсеп үҫтереү өсөн элиталы орлоҡтар ҙа биреләсәк.  

“Танып-агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт етәксеһе Булат Сафин әйтеүенсә, эшкәртеүсегә етештереүсенең яҡын булыуы сеймал тапшырыу эшенең өҙлөкһөҙлөгөнә һәм һатып алыу хаҡтарының юғары булыуына килтерә. .

Премьер шулай уҡ “Танып” шифаханаһында һыу менән дауалау бинаһы төҙөлөшө менән танышты – бөгөн буласаҡ корпустың стеналары күтәрелә, ә көҙгә табан бында көкөртлө водородлы һыу менән дауалау эше йәнләндереләсәк.  

Тәтешле районында Раил Сарбаев 370 башҡа иҫәпләнгән Ҡыҙылъяр һөт-тауар фермаһы тәжрибәһе һәм быйыл булған малын 80 баштан 400 башҡа тиклем арттырырға иҫәп тотҡан Ҡытҡы-Йылға  ауылының һимертеү фермаһы үҫеше перспективаһы менән танышты.

Был фермалар хужалығында 1,5 мең баш мал иҫәпләнгән “Рассвет” агрофирмаһы комплексына ҡарай. Уҙған йылда уларҙың 400 һауын һыйыры 16 мең тонна һөт биргән. Һыуытыу ҡорамалдары арҡаһында һөт юғары стандарттар буйынса тапшырыла, был үҙ сиратында килемде 10 процентҡа арттыра.

Ҡытҡы-йылғаларҙың ит өсөн мал һимертеү эшендә күрһәткән уңыштары айырым билдәләнде – улар тәүлегенә уртаса 1000 грамм артым ала. Был ҡышҡылыҡҡа ныҡлы әҙерлекте күрһәтә — малсылар шартлы мал башына 41-ҙән ашыу аҙыҡ берәмеге әҙерләгән.

Ферманың, машина-трактор оҫтаханаһының булыуы һәм юлдарҙың һәйбәтлеге урындағы халыҡҡа киләсәккә ышаныс менән ҡарарға мөмкинлек бирә. Күптән түгел бер нисә йәш ғаилә лә ауылда төпләнгән.

Район үҙәгендә Раил Сарбаев биҙәү эштәре тамамланыу алдында торған 1-се Үрге Тәтешле мәктәбенең башланғыс кластар корпусында булды. Уҙған йылда республика етәкселеге инициативаһы менән бында башланғыс кластар өсөн өс этажлы бина төҙөлөшө башланғайны, яҡын арала 220 бала яңы мәктәптең ишеген асасаҡ.

Мәктәп эргәһендәге хоккей өсөн төҙөлә башлаған боҙ һырғалағын ҡарап, премьер урындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең киләсәге менән ҡыҙыҡһынды. Спорт мәктәбе етәксеһе һүҙҙәре буйынса, әлеге мәлдә ун спорт төрө буйынса 460 бала шөғөлләнә, ә яңы майҙансыҡ төҙөлөүө арҡаһында элекке кортты конькила һырғалаҡта өйөргә теләгәндәргә бирергә мөмкин буласаҡ. Әйтергә кәрәк, яңы һырғалаҡ Континенталь Хоккей Лигаһы стандарттарына ярашлы төҙөлә.  

Премьер-министр 14 һәм 17 бала тәрбәләгән Хәйбуллиндар һәм Маргамовтар ғаиләләләре менән осрашты. Улар күп балалы ғаиәләләргә ярҙам иткәне һәм республика программаһы буйынса “Газель” микроавтобустары менән бүләкләгәне өсөн Премьерҙан Президентҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткереүҙе һораны.