Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↑

EUR 69.47 ↓

25 июль, Шишәмбе

Уфа   °

1 ғинуарҙан тәбиғи газ өсөн түләү хаҡы артасаҡ

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһының Тариф буйынса комиссияһы «Башкиргаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2010 йылда халыҡҡа һатасаҡ тәбиғи газға ваҡлап һатыу хаҡтарын билдәләне.

Комиссия мәғлүмәттәре буйынса, зәңгәр яғыулыҡҡа хаҡтар яңы йылда ике тапҡыр үҙгәрәсәк. 2010 йылдың 1 ғинуарынан республика халҡы, газды тотоноуҙы иҫәпкә алыу приборҙары булһа, кубометры өсөн – 2 һум 60 тин, ә 2010 йылдың 1 апреленән 2 һум 99 тин түләйәсәк.

Әлегә счетчиктары булмағандар тәбиғи газ өсөн нормативтан сығып түләйәсәк. «Башкиргаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең план-иҡтисад бүлеге экономисы Дамир Хисмәтуллин хәбәр итеүенсә, был осраҡта йылытыуға республика халҡы яңы йылдан биләгән майҙандың бер квадрат метрына иҫәптән айына – 17 һум 10 тин, 1 апрелдән 19 һум 62 тин түләйәсәк. Аш-һыу әҙерләүгә хаҡтар ғинуарҙан айына бер кешегә 47 һум 88 тингә тиклем һәм апрелдән 51 һум 72 тингә тиклем күтәреләсәк. Эҫе һыу менән тәьмин итеү һәм һыу йылытыу өсөн колонкалары булмағандар өсөн был тариф 59 һум 85 тин һәм 64 һум 65 тин тәшкил итәсәк. Колонкалы йорттарҙа газ хаҡы киләһе йылдың беренсе айында 101 һум 75 тингә тиклем, апрелдән – 109 һум 91 тингә тиклем артасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть