8 декабрь, Кесе йома

31 декабрь 2009 йыл, 11:49

Сауҙа тураһында яңы законды Федерация Советы хупланы

автор: Любовь Колоколова

Яңы йыл алдынан Федерация Советы “Рәсәй Федерацияһында сауҙа эшмәкәрлеген дәүләт көйләүе нигеҙҙәре тураһында”ғы законды хупланы. Документ 2010 йылдың 1 февраленән көскә инер тип көтөлә.

Документ сауҙа эшмәкәрлеген ойоштороу һәм алып барыу менән бәйле власть органдары араһында мөнәсәбәттәрҙе көйләй һәм ҡайһы бер яңы төшөнсәләр индерә. Закон шулай уҡ был өлкәне дәүләт көйләүе алымдарын билдәләй.

Бынан тыш, Федераль законға ярашлы, тәьмин итеүсе, интернеттағы үҙ сайтында тейешле мәғлүмәттәр урынлаштырып йәки һораған мәғлүмәтте 14 көн эсендә бушлай ебәреп, үҙе оҙатҡан аҙыҡ-түлек продукттарының сифаты һәм хәүефһеҙлеге тураһында мәғлүмәт бирергә бурыслы.