4 декабрь, Йәкшәмбе

31 декабрь 2009 йыл, 11:18

Муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең 75 проценты аттестация үтте

автор: Евгений Рәхимҡолов

2009 йылда Өфө муниципаль хеҙмәткәрҙәренең 75 проценттан ашыуы аттестация үтте. Был турала ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев үткәргән кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең кадрҙар сәйәсәте һәм муниципаль хеҙмәт идаралығы начальнигы Айгөл Сабирова хәбәр итте.

— Аттестация, беренсе сиратта, муниципаль хеҙмәткәрҙең профессионаллек кимәле үҙе биләгән вазифа талаптарына тап килеүен билдәләргә һәм уның профессиональ үҫешен стимуллаштырырға тейеш, — тине Айгөл Сабирова. – Законға ярашлы аттестация өс йылға бер тапҡыр үткәрелә. Быйыл Өфөлә уны 715 кеше үтте – ҡаланың район хакимиәттәренән 250 һәм ҡала хакимиәтенән 465 кеше. Әйтергә кәрәк, бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә тикшереүҙе лайыҡлы үтте.