Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Башҡортостан ауылда торлаҡты сафҡа индереү буйынса лидерҙар иҫәбендә

Иҡтисад

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы 2003-2008 йылдарҙа “2012 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше” федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһаны. Билдәле булыуынса, программаның өҫтөнлөклө йүнәлештәре булып торлаҡ төҙөлөшө, ауылдарға газ үткәреү һәм һыу менән тәьмин итеү ҡала. Башҡортостанда был осорҙа ауылдарҙа бөтәһе 1602,5 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде.

БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостан “2012 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше” федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә ауылда йәшәүсе 1000 кешегә иҫәптә торлаҡ тапшырыу буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урынды биләй. Был күрһәткес буйынса Сыуашстан Республикаһы алда бара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть