11 декабрь, Йәкшәмбе

31 декабрь 2009 йыл, 10:31

Халыҡтың табышы һәм эш хаҡы буйынса республика алда бара

автор: Ғәлиә Нәбиева

Ғинуар-октябрь айҙарындағы йән башына табыштар күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округының өс лидеры иҫәбенә инде.

Һамар өлкәһе алдынғылыҡты һаҡлай (16,8 мең һум), унан ҡала Пермь крайы (16,5 мең) килә. Башҡортостан был күрһәткес буйынса өсөнсө позицияны биләй. Айына йән башына иҫәптә уртаса аҡсалата табыш 15,3 мең һум тәшкил итә. Татарстанда  был һан — 15 мең.

Айына уртаса номиналь иҫәпләнгән эш хаҡы күләме буйынса республика шулай уҡ өс лидер иҫәбендә. “Башҡортостанстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда был сумма 14,7 мең һум тәшкил итә. Уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, эш хаҡы 7,5 процентҡа артты.