7 декабрь, Шаршамбы

30 декабрь 2009 йыл, 17:42

«Башҡортостандың социаль картаһы» - «OSCARDS» конкурсы еңеүсеһе

автор: Эльвира Латыпова

Республика Хөкүмәте тарафынан ғәмәлгә ашырылған «Башҡортостандың социаль картаһы»  автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы проекты «OSCARDS 2009» халыҡ-ара инновацион банк продукттары конкурсы еңеүселәре иҫәбенә инде. Конкурс Парижда (Франция) үтте.

БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте, республика Финанс министрлығына һылтанып, быйыл был абруйлы конкурста 15 категория буйынса 500-ҙән ашыу банк продукты ҡатнашты, тип хәбәр итте. Шуларҙан донъяның төрлө илдәренән ҡатнашыусылар араһынан 17 еңеүсе һайлап алынды. «Башҡортостандың социаль картаһы» проекты, "US Bank"(АҠШ), "Taipei Fubon Commercial Bank"(Тайвань), "Discover Cards"(АҠШ) банк продукттары менән бер рәттән, “Хеҙмәтләндереүҙәр” категорияһында «Иң яҡшы инновацион банк продукты» премияһына номинацияланды. Был "OSCARDS" премияһына номинацияланған Рәсәйҙең тәүге эшкәртмәһе. Һәм ул еңде.

Бүләкләү тантанаһында, «Башҡортостандың социаль картаһы» проекты административ сығымдарҙы кәметә, дәүләт идараһы һөҙөмтәлелеген күтәрә һәм халыҡты кәрәкле социаль хеҙмәтләндереүҙәрҙең тулы йыйылмаһы менән тәьмин итә, тип билдәләнде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда был йүнәлештәге эш 2001 йылда уҡ башланғайны. Бөгөнгө көндә проектта 150 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.