5 декабрь, Дүшәмбе

30 декабрь 2009 йыл, 15:08

Раил Сарбаев Сибайҙа Үҙәк ҡала дауаханаһын асыуҙа ҡатнашты

автор: Елена Макушина

Сибайҙа Үҙәк ҡала дауаханаһының икенсе сираты файҙаланыуға тапшырылды. Тантанала ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың Көньяҡ Урал төбәге баш ҡалаһына БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев килде.

Икенсе сиратты сафҡа индереү менән ҙур дауалау учреждениеһы төҙөлөшө тулыһынса тамамланды. Яңы бинала хирургия, гемодиализ, компьютер томографияһы бүлексәләре, консультатив-диагностика поликлиникаһы һәм телемедицина үҙәге урынлашҡан. Дауахананың дөйөм майҙаны – 22292 квадрат метр.

Йыл һайын республикала тиҫтәләгән дауаханалар, мәктәптәр, спорт ҡоролмалары һәм мәҙәниәт объекттары файҙаланыуға тапшырыла. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғы урындарҙы биләй.

Республика Президенты Мортаза Рәхимов та, БР Хөкүмәте лә заманса социаль өлкә биналарын төҙәү мәсьәләләренә генә түгел, уларҙы өр-яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыуға ла ҙур иғтибар бүлә. «Һаулыҡ» һәм «Мәғариф» өҫтөнлөклә милли проекттарын уңышлы тормошҡа ашырыу, республика бюджетынан был маҡсаттарға байтаҡ средстволар бүлеү был өлкәләге хәлде күпкә яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе.  

Көрсөккә ҡарамаҫтан, Сибай эшсәндәре йылды яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлай.

Сибай ҡалаһы республиканың көньяҡ төбәгендә айырым бер урын биләй. Бында ҙур предприятиелар, төп транспорт артериялары, уҡыу йорттары, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры, Сибай дәүләт филармонияһы, «Сулпан» башҡорт дәүләт балалар театры кеүек мәҙәниәт үҙәктәре тупланған.

Ҡала дауаханаһының 260 урынлыҡ икенсе сиратын сафҡа индереү менән Сибай Көньяҡ Уралдың медицина үҙәгенә әйләнә, тип әйтергә мөмкин. Ҡалала булған медицина учреждениелары комплексы, ҡала дауаханаһының заманса ҡорамалдары иң юғары сифатлы врач хеҙмәтләндереүҙәре күрһәтергә, ашығыс ярҙам талап ителгән ауырыуҙарҙың ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалырға мөмкинлек бирә.