8 декабрь, Кесе йома

30 декабрь 2009 йыл, 14:17

Ҡулланыусыларға сифатһыҙ тауар өсөн 77,1 һум аҡса кире ҡайтарылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

2009 йылдың ноябрендә Башҡортостан Дәүләт аҙыҡ-түлек идаралығы ҡулланыусыларҙың 48 мөрәжәғәтен ҡараны. Республика халҡы сифатһыҙ тауарҙар һатыуға, сифатһыҙ хеҙмәтләндереү күрһәтеүҙәренә зарланды.

Дәүләт аҙыҡ-түлек идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, туғыҙ осраҡта ҡулланыусыларға конфликтты судҡа тиклем тәртиптә көйләү өсөн дәғүәләр төҙөүҙә ярҙам күрһәтелде. Мөрәжәғәттәр һөҙөмтәләре буйынса боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеү өсөн биш дәғүә ғаризаһы бирелде. Дәүләт аҙыҡ-түлек идаралығы белгестәре ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын боҙоу буйынса алты суд процесында ҡатнашты. Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтары суд тәртибендә тергеҙелде.

Мөрәжәғәттәрҙе ҡарау һөҙөмтәләре буйынса ҡулланыусыларға сифатһыҙ тауарҙар һәм хеҙмәтләндереүҙәр өсөн 77,1 мең һум аҡсалары ҡайтарылды.