11 декабрь, Йәкшәмбе

30 декабрь 2009 йыл, 13:30

Башкортостан йәмәғәт палатаһы 2010 йылда уҡытыусыларҙың социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыуға ирешергә теләй

автор: Николай Ермоленко

БР Дәүләт йыйылышы бинаһында фән, мәғариф һәм йәштәр сәйәсәте мәсьәләләре буйынса үткәрелгән Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының киңәйтелгән ултырышында уҡытыусылыҡ эшенең социаль-иҡтисади проблемалары тикшерелде.  

“2009 йылдың мартында уҡ РФ президенты 2010 йылдың Уҡытыусы йылы тип иғлан ителеүе тураһында ҡарар сығарғайны, — тине  ултырышта ҡатнашыусыларға Фирҙәүес Хисаметдинова. – Беҙҙең республикала тәҡдимдәр әҙерләү эшен “дәүләт кимәлендә” башланыҡ. Йәмәғәт палатаһы эшебеҙгә бәйле ниндәй ауырлыҡтар булыуын үҙебеҙҙән ишетергә теләй.” Шуға ла ултырышҡа урта дөйөм белем биреү мәктәптәренән, юғары уҡыу йорттарынан, шулай уҡ республиканың муниципаль һәм дәүләт органдарынан вәкилдәр саҡырылды. Фирҙәүес Хисаметдинова республикала мәғариф үҫеше өсөн күп нәмә эшләнеүен билдәләп, эштәрҙе барлауҙы ситкә ҡуйып, ултырыш темаһы булған уҡытыусылыҡ эшенә бәйле проблемаларға ғына туҡталыуҙы һораны.

“Уҡытыусылыҡ эшенең социаль-иҡтисади проблемалары дәүләт өсөн, дөйөм алғанда йәмғиәтебеҙ өсөн дә, оҙайлы сиргә әйләнде, — тине һүҙҙе дауам итеп комиссия ағзаһы Анатолий Матисов. – Мөһимлеге тураһында күп һөйләйбеҙ, бигерәк тә ҙур сәйәси ваҡиғалар, һайлау кампаниялары мәлендә. Әммә, үкенескә күрә, уҡытыусы данын, социаль-иҡтисади кимәлен, матди хәлен күтәреү өсөн барыһы ла эшләнмәй.  

Ул боронғо грек философының, “иң ҙур яуаплылыҡ белем биргән, дауалаған һәм кешене хөкөм иткәндәрҙә, шулай ҙа төп ролде уҡытыусы башҡара, сөнки бер ул ғына дауаларға ла, хөкөм итергә лә өйрәтә”, тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙө. Әммә медиктар, хатта юристар менән сағыштырғанда ла, хеҙмәт хаҡы буйынса ул иң түбәнге баҫҡыста. Анатолий Матисов әйтеүенсә, уҡытыусының эш хаҡы медиктарға ҡарағанда — 2-2,5 тапҡырға, юристарға ҡарағанда 8-10 тапҡырға кәмерәк. Йәғни уҡытыусы бөгөнгө йәмғиәттә — социаль яҡтан яҡланмағандар категорияһынан.

Ултырышҡа килерҙән алда Октябрьский ҡалаһының 12-се мәктәбе директоры Елена Малова коллективында ҡыҫҡаса һорау алыу үткәргән. Фекерҙәр төрлөсә, әлбиттә, әммә иң кәрәклеһен ул шулай ҙа йыйылыштағыларға еткерә алды.

“Уҡытыусылар өсөн эш хаҡынан алда ижади эшмәкәрлек өсөн мөхит тыуҙырыу мөһимерәк булыуы асыҡланды, — тине ул. – Беҙҙә иҫке мәктәптәр урынына яңы технологияларға бай замансаһы булырға тейеш. Педагогҡа аҡбур менән таҡта һөртөргә сепрәк кенә биреп, алмашҡа уҡыусыларына сифатлы белем, яҡшы һөҙөмтәләр һорарға хоҡуғыбыҙ юҡ. Бөгөн яҡшы ҡорал – йән башына финанслау булдырылды. Әммә, мәҫәлән, химия кабинетын кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыу өсөн ярты миллион самаһы сумманы өс йыл дауамында йыйырға кәрәк.”

Елена Малова үкенес менән 20 йыл элек уҡытыусыларҙың уртаса йәше 28 булыуын, бөгөн иһә был һандың 48-гә тиңләшеүен билдәләне. “Бер яҡтан был кадрҙарҙың алмашынмауын аңлата, әлбиттә, әммә, икенсе яҡтан ҡарағанда, тимәк, мәктәпкә йәштәр килергә теләмәй? Тиҙ арала беҙ педагогтарҙың ҡартайыу проблемаһына килеп етәсәкбеҙ.” Эш хаҡын Елена Малова еткелекле генә түгел, уҡытыусы өсөн лайыҡһыҙ, тип билдәләне. Ауырлыҡтар булһа ла, педагогтар берҙәм дәүләт имтиханына ыңғай ҡарай, БДИ уҡыусыны уҡырға мәжбүр итә, әммә уҡытыусы ла белемен камиллаштырырға мәжбүр. Әхлаҡи яуаплылыҡ та өҫтәлә. Бигерәк тә бала киләсәге өсөн яуаплы рус теле һәм математика уҡытыусыларына ҡағыла был. Шуның менән бергә улар бер ниндәй ҙә өҫтәмә түләүҙәр алмай.

Баймаҡтан Республика башҡорт компьютер лицейы-интернаты уҡытыусыһы Иҙел Ғөбәйҙуллин түбән эш хаҡы арҡаһында юғары уҡыу йортон бөткәндәрҙең мәктәптәргә ашыҡмауына зарланды. Уға, уҡытыусылар етешмәү сәбәпле, бер юлы өс төрлө уҡыу йортонда эшләргә тура килә. Ул да берҙәм дәүләт имтиханының мөһимлеген билдәләне, әммә йыл һайын тестарҙа бер үк мәсьәләләр бирелеүенә ризаһыҙлығын белдерҙе. Китаптар етешмәй. Заказ ителгәндәрҙе бер нисә йыл көтөргә тура килә. Ә мәғариф бүлектәре бөгөндән яңы әсбаптарға күсеүҙе һорай. Уның әйтеүенсә, төрлө компьютер программаларының үҙ-ара ярашыу-ярашмауы арҡаһында ла педагогтарҙы ауырлыҡтар көтә.

Өфөләге 84-се татар гимназияһынан Глүзә Гәрәйева уҡытыусыларҙың көн дә көсөргәнешле ситуацияларҙа эшләүе тураһында һөйләне. Йыл һайын үткәрелгән медкомиссия сәләмәтлек торошон тулыһынса асыҡламай. Диспансерлаштырыу, дөйөм тикшереү, йәйге каникул мәлендә ял йорттарында һаулыҡты нығытыу кәрәк.

Ғәлимә Фаязова – Илеш районы Үрге Йәркәй ауылының 4-се урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы үҙенең сығышында аҙнаһына ике тапҡыр ғына физкультура дәресендә шөғөлләнгән уҡыусылар һаулығына баҫым яһаны. Ауыл мәктәптәрендә лә хәлдәр шәптән түгел: уҡыусылар һаны аҙ булыу сәбәпле, юғары кластарҙа ла ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы төркөмдәргә бүлеү мөмкинлеге юҡ. Ул Рәсәй Президентының өсөнсө физкультура дәресен индереү тәҡдимен хупланы.  

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының социаль һәм тәрбиәүи эштәр буйынса проректоры Рәйсә Хәйруллина уҡытыусылыҡ эше проблемаларын өс төркөмгә бүлде: педагогик кадрҙарҙы әҙерләү һәм эшкә урынлаштырыу, ижтимағи проблемалар, иҡтисад мәсьәләләре, һәм ошоларға бәйле тәҡдимдәрен еткерҙе.  

Шишмә районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы мәғариф бүлеге начальнигы Сөләймән Ваганов ауылда уҡытыусылар етешмәүен беренсе һанлы проблема тип билдәләне. “Пенсионерҙарҙың эштә ҡалыуын һорарға мәжбүрмен, юғиһә балаларҙы уҡытырға кеше юҡ, — тине ул. Йәштәр төпкөлгә бармай. Бәлки йәш педагог ғаилә лә ҡормағандыр, ә ауылда ул икенсе яртыһын табырмы? Ҡыҫҡартыу, икенсе төрлө әйткәндә — оптималләштереү – бәләкәй мәктәптәрҙе бөтөрөү ул. Финанс ҡыйынлыҡтары — төбәктәргә, төбәктәрҙән муниципаль берәмектәргә килеп етә. Һәм был ер аҫты ҡуйынында бар Менделеев таблицаһын һаҡлаған илдә! Сәғүд Ғәрәбстанында ҡара алтын ғына бар, шулай ҙа улар яңы тыуған һәр балаға 1000 евро бүлә.”

РФ фән һәм мәғариф министрлығының БР профойошмалар рәйесе Светлана Пронина ултырышта ҡабул ителгән тәҡдимдәргә уҡытыусыларҙы һауыҡтырыу һәм, айырым программа итеп, уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен дә индереүҙе һораны.

Киңәйтелгән ултырышта ҡаралған һорауҙарҙың барыһын да көнүҙәк һәм тиҙ арала хәл ителергә тейеш, тип тапты комиссия. Был мәсьәләләрҙе республика ғына хәл итә алмаясаҡ. Республика мәғариф системаһына федераль органдар финанслауын күпкә арттырыу талап ителә. Шулай уҡ, республика бюджеты иҫәбенә лә аҡса менән тәьмин итеүҙе арттырыу мөһим.  

Бөгөнгө шарттарҙа уҡытыусы һөнәренең даны эш хаҡы менән билдәләнеүен таныны. Шуға ла финанслау мәсьәләһе яйға һалынмайынса, уҡытыусылыҡ проблемалары хәл ителмәйәсәк. Бөгөн ставкала ҡаралған уҡытыусы оклады — 4200 һум, был иһә йәшәү минимумынан түбән. квалификация категорияһын, класс етәкселеген ҡушып һанағанда, иң яҡшыһы был сумма 11-12 меңгә етә. Уҡытыусының түбән эш хаҡы алыуы киҫкен социаль-иҡтисади проблемаларға килтерә, һөнәрҙең абруйын төшөрә, белем биреү сифатына насар йоғонто яһай, уҡыу йорттарында коррупцияға юл ҡуя һәм репетиторлыҡ эше менән законһыҙ шөғөлләнеүҙәр осрағын арттыра.  

Бындай шарттарҙа 2010 йылда бюджет өлкәһендә эш хаҡын индексламайынса мөмкин түгел. Бигерәк тә коммуналь түләүҙәргә, тауар һәм аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуы бюджетта эшләүсе, тимәк, уҡытыусыларҙың да, ысынында килеме кәмеүенә килтерәсәк.

Хеҙмәт хаҡы фондын оптималләштереү арҡаһында ағымдағы уҡыу йылында уҡытыусылар һаны 2,7 меңгә кәмегән. Тәрбиәселәр, социаль педагогтар, мәктәп психологтары, логопедтар, вожатыйҙар ставкалары ҡыҫҡартылған. Былар барыһы ла балалар енәйәтселеге, наркомания һәм миһырбанһыҙлыҡ артыуына килтерә. Әгәр беҙ артабан республика мәғариф системаһының үҫешен теләйбеҙ икән, беҙгә был ставкаларҙы юҡ итеү түгел, өҫтәргә кәрәк.

Педагогтарҙың олоғайыуына ҡарамаҫтан, быйыл юғары уҡыу йорттарында педагог белгеслектәренә уҡытыуға финанслауҙы ҡыҫҡарттылар. Мәктәп контингентының ҡыҫҡарыуы – ваҡытлыса күренеш, киләсәктә балалар һаны артһа, уларҙы уҡытырға кеше ҡалмаясаҡ.

Эш хаҡының түбән булыуы йәш белгестәрҙе мәктәпкә йәлеп итмәй. Әйтергә кәрәк, хеҙмәт юлын башлаған йәш уҡытыусы тәүге арала ни бары 5-6 мең эш хаҡы ала. Өстән бер өлөшө генә мәктәптәрҙә тороп ҡала, ауылдарҙа иһә унан да әҙерәк. Республика кимәлендә булһа ла йәштәргә ярҙам итерлек программалар ҡабул итергә кәрәк.

БР Президенты менән БР Хөкүмәтенең төпкөл ауылдарҙа йәш белгестәрҙе һәм йәш педагогтарҙы эшкә ҡалдырыуға йүнәлтелгән ҡарарҙарын яҡларға.

Финанс мөмкинлектәре граждандарға уҡыу сифатын күтәреү менән бергә түләүле уҡыу төрҙәрен һәм формаларын арттырырға. Түләүле ижади түңәрәктәрҙе, уҡыу йорто нигеҙендә асылған спорт секциялары эшмәкәрлеген рөхсәт итергә. Баҡса, ярҙамсы хужалыҡтарҙа, оҫтаханаларҙа уҡыусы, уҡытыусы ҡулы менән эшләнгәндәрҙе һатырға законлы ысулдар табырға.

Эш хаҡы арҡаһында педагогтарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртырға, ял йорттарында ял итергә, һаулыҡтарын нығытырға мөмкинлектәре юҡ. Бөгөн 10 меңдән ашыу мәғариф хеҙмәткәре торлаҡ шарттарын яҡшыртырға сиратта тора, шуларҙың ике меңе дөйөм ятаҡтарҙа йәшәй. 50 мең уҡытыусы профессиональ сирле, санатор-курорт дауаһына мохтаж. Бары дәүләттең ҙур ярҙамы ғына был мәсьәләләрҙе хәл итә ала.

Дәүләт даими рәүештә элек үҙ өҫтөндә булған финанс ташламаларҙы – коммуналь түләүҙәрҙе, дәүләттеке булмаған пенсия фонды иғәнәһен, медицина хеҙмәтләндереүен, банктарҙағы процентһыҙ ссуданы уҡытыусы иңенә һала. Мәғариф хеҙмәткәрҙәре бының менән бөтөнләй риза түгел.  

Уҡытыусы һөнәренең социаль статусын күтәреү өсөн йәмғиәттә һәм, бигерәк тә, киң мәғлүмәт сараларында педагогтың ыңғай образын формалаштырыу мөһим.

Ултырышта ҡатнашыусылар Уҡытыусылар йылында мәғариф системаһына дәүләт ҡарашы ҡырҡа үҙгәрер, биргән вәғәҙәләрен үтәр һәм Уҡытыусыға хөрмәтен эштәре менән күрһәтер, тип өмөтләнә.