Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

29 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Бюджет хеҙмәткәрҙәре махсус дауаланыу аласаҡ

Сәйәсәт

Башҡортостандың дәүләт учреждениелары белгестәре 2010 йылдың 1 ғинуарынан санаторий-курорттарға бушлай путевкалар менән тәьмин ителәсәк. Путевкалар ғаиләләге йән башына табыш өсләтә йәшәү минимумы күләменән артмаған бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә биреләсәк. Ярашлы ҡарарға 25 декабрҙә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ҡул ҡуйҙы.

Путевкалар хеҙмәткәрҙәргә өс йылға бер тапҡырҙан йышыраҡ бирелмәйәсәк. Санатор-курорт дауаланыуының оҙайлығы 14 календарь көн тәшкил итәсәк. Дауалау республика бюджетынан финансланасаҡ.

БР Профсоюздар федерацияһының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта республика ҡалаларында һәм райондарында муниципаль учреждениелар белгестәрен санатор-курорт дауалау менән тәьмин итеү буйынса ошондай норматив акттар әҙерләү тураһында мәсьәлә хәл ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть