4 декабрь, Йәкшәмбе

30 декабрь 2009 йыл, 10:51

2009 йыл өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһына конкурс

автор: Лиә Нәғимова

2009 йыл өсөн әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһына дәғүә итеүгә конкурс Башҡортостанда 2010 йылдың 11 ғинуарынан 1 апреленә тиклем барасаҡ.

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был премия 1995 йылда БР Министрҙар Кабинеты ҡарары менән талантлы йәш яҙыусыларҙы, рәссамдарҙы, артистарҙы, музыканттарҙы, архитекторҙарҙы һәм режиссерҙарҙы дәртләндереү маҡсатында булдырыла. Йыл һайын һәр береһе 50-шәр мең һумдан өс премия тапшырыла.

Бер автор, шулай уҡ иң күбе биш кешенән торған ижади коллектив премия лауреаттары була ала. Дәғүәселәрҙең йәше — 16 йәштән 35 йәшкә тиклем. Премияға матбуғатта баҫылған әҙәби, әҙәбиәт һәм сәнғәт ғилеме әҫәрҙәре; концерттарҙа һәм күргәҙмәләрҙә, театрҙарҙа һәм кинотеатрҙарҙа, радио һәм телевидение аша йәмәғәтселекте таныштырғандан һуң музыка, театр, һынлы сәнғәт, хореография, эстрада һәм цирк сәнғәте, дизайн, кино һәм телевидение өлкәһендәге әҫәрҙәр; объекттарҙы файҙаланыуға тапшырғандан һуң архитектура өлкәһендәге әҫәрҙәр күрһәтелергә мөмкин. Мотлаҡ шарт – бөтә эштәр күрһәтелгәнгә тиклем бер йыл алда баҫылып сыҡҡан, халыҡ алдында башҡарылған, ҡоролған булырға тейеш.

2009 йыл өсөн әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһына дәғүә итеүгә материалдар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450000, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының йәштәр ойошмалары менән эшләү бүлеге, 24-се кабинет. Белешмәләр өсөн телефондар: (347) 276-45-87, 251-14-75.