9 декабрь, Йома

30 декабрь 2009 йыл, 10:09

Муниципаль берәмектәрҙә һайлау комиссияларын төҙөү тәртибенә төҙәтмәләр индерелде

автор: Юлай Мәғсүмов

“Рәсәй Федерацияһы гражданының референдумда ҡатнашыуға хоҡуғы һәм һайлау хоҡуғына төп гарантиялар” исемле федераль законға бер нисә үҙгәрештәр индерелгән. Атап әйткәндә, федераль әһәмиәтле муниципаль район, ҡала округы, ҡала биләмәһенең алты, һигеҙ, ун ағзанан торған һайлау комиссияһы хәл иткес тауышҡа эйә буласағы билдәләнгән. Ауылдарҙағы һайлау комиссияһы ла алты, һигеҙ йәки ун ағзанан тороп, хәл иткес тауышҡа эйә. Ә муниципаль берәмектәрҙәге һайлау комиссияларында ағзалар һаны муниципаль берәмек уставына ярашлы билдәләнә. Шулай уҡ Федераль закон үҙ көсөнә ингәндән һуң муниципаль берәмектәрҙә ойошторолған һайлау комиссияһы ағзаларының береһе вәкәләттәрен алдан туҡтатһа, урынына икенсене билдәләү тәртибе лә ҡаралған.