5 декабрь, Дүшәмбе

30 декабрь 2009 йыл, 9:56

Департамент начальнигы үлтерелгән

автор: Лиә Нәғимова

29 декабрҙә иртән Өфөлә ҡала үҙәгендәге йорт ихатаһында “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең иҡтисади именлек һәм мәғлүмәттәрҙе яҡлау департаменты начальнигы Владимир Буторин үлтерелә.

Рәсәй Прокуратураһы ҡарамағындағы Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 57 йәшлек В. Буторинды атып үлтергәндәр. Уның кәүҙәһе фатиры урынлашҡан  йорт эргәһендә табылған.

РФ Енәйәт кодексының 105-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Енәйәттең сәбәбе һәм уны ҡылған кешеләр асыҡлана.

“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте Владимир Буториндың һәләк булыуына ҡағылышлы дөрөҫ мәғлүмәттәрҙе хәбәр итеүселәрҙең барыһына ла 100 000 һум күләмендә түләү вәғәҙә итә.

Мәғлүмәт биреүселәрҙең исем-шәрифтәре киң йәмәғәтселеккә еткерелмәйәсәк.

Өфөләге телефондар: +7 (347) 273-73-72,  +7 (347) 272-99-44.

темалар: кеше үлтереү