Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 63.01 ↓

26 май, Йома

Уфа   °

Республика драматургтар конкурсы еңеүселәре аталды

Йәмғиәт

Яңы йыл алдынан Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән берлектә иң яҡшы драма әҫәрҙәренә конкурс иғлан иткәйне. Конкурс драматургия өлкәһендә яңы сағыу әҫәрҙәрҙе билдәләү, драматургияға йәш таланттарҙы ылыҡтырыу, хәҙерге театр талаптарына яуап бирерлек әҫәрҙәрҙе булдырыу маҡсатында үткәрелде.

Министрлыҡтың сәнғәт бүлегенең баш белгес-эксперты Эльза Ҡарамурзина хәбәр итеүенсә, конкурс ике номинация буйынса үткәрелде: «Ирекле темаға пьеса» һәм «Үҫмерҙәр һәм балалар өсөн пьеса». Конкурстың ойоштороу комитетына бөтәһе 34 әҫәр килде.

Элек театрҙарҙа ҡуйылмаған, баҫылып сыҡмаған, башҡа конкурстар премиялары менән наградланмаған драма әҫәрҙәрен генә тәҡдим итеү конкурстың мотлаҡ шарты булып торҙо. Күптән түгел Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры, жюри рәйесе А. Абушахманов етәкселегендәге жюри ағзалары конкурста еңеүселәрҙе билдәләне.

Шулай итеп, “Ирекле темаға пьеса” номинацияһында I урын Салауат Әбүзәргә “Хыялый” пьесаһы өсөн бирелде. Икенсе премияны Фаяз Йомағужин (“Кактус сәскә атҡанда”) менән Гөлшат Әхмәтҡужина (“Баландың әсе емеше”) бүлеште. Был номинацияла III урынға “Бөгөн беҙҙә туй” пьесаһы менән Наил Ғәйетбаев сыҡты. Уның ҡарауы, “Үҫмерҙәр һәм балалар өсөн пьеса” номинацияһында Наил Әсхәт улы I урынды яуланы. Был конкурста уға “Өфө түбәтәйе” әҫәре еңеү килтерҙе. II урын — Лилиә Ҡәйепованың “Марс-500, йәки Марста йәшәү бармы?”, III урын Таңсулпан Ғарипованың “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм ҡара юрға” пьесаһына бирелде.

Жюри ағзалары шулай уҡ «Дебют» махсус призын булдыры. Ул Сәнғәт академияһы студенты Айгөл Әхмәҙиеваға «София теоремаһы» пьесаһы өсөн тапшырылды.

Конкурста еңеүселәрҙең әҫәрҙәре республиканың профессиональ драма театрҙары сәхнәләрендә ҡуйыу өсөн тәҡдим ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть