3 декабрь, Шәмбе

30 декабрь 2009 йыл, 9:37

“Ҡыш бабайға хат” акцияһының 3000 еңеүсеһе шыршы байрамына саҡырыу аласаҡ

автор: Любовь Колоколова

8-10 ғинуарҙа Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды Ҡала мәҙәниәт һарайында Яңы йыл тамашаларын үткәрә. Унда “Ҡыш бабайға хат” акцияһында ҡатнашҡан балаларҙың  хаттары, һүрәттәр һәм ҡул эштәре күргәҙмәһе лә ойоштороласаҡ. Байрамға  акцияла еңеүсе 3000-дән ашыу бала саҡырылған. Һәр береһенә бүләктәр ҙә әҙер.

Бына ете йыл инде Йәмәғәт фонды баш ҡалабыҙ Өфөлә “Ҡыш бабайға хат” мәрхәмәтлек проектын алып бара. Ойоштороусылар хаттар менән таныша, ә һуңынан балаларҙы һәйбәт эштәре, изгелектәре өсөн иң күркәм шыршы байрамына билеттар менән һөйөндөрә.

Быйыл Ҡыш бабайға Өфөлә һәм республиканың башҡа төбәктәрендә йәшәүсе балаларҙан 8000-дән ашыу хат килгән. Яңы йыл тылсымсыһы барыһына ла яуап бирергә тырышҡан. Ә бүләктәр түбәндәгесә: “Родина” кинотеатрына — 200, “Космик” ял үҙәгенә 3000 саҡырыу билеты, ә “Ҡашҡаҙан” паркы менән “Моторҙар төҙөүсе” һарайында үтәсәк “Шыршы-мөғжизә” тамашаһына алтмышар саҡырыу бирелгән.  

Шыршы байрамында балаларҙы Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм башҡа төрлө персонаждар ҡатнашлығында ҡыҙыҡлы тамаша көтә. “Кыш бабайға хат” конкурсы һөҙөмтәләре буйынса әүҙемлек күрһәткән мәктәптәр ҙә бүләктәр менән билдәләнәсәк.