8 декабрь, Кесе йома

30 декабрь 2009 йыл, 9:03

2009 йылда Башҡортостанда 400 килограмдан ашыу наркотик юҡ ителгән

автор: Елена Макушина

29 декабрҙә Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы  хеҙмәткәрҙәре менән 50 килограмдан ашыу наркотик, шул иҫәптән кило ярым героин, 10 килограмм марихуана, 15 килограмдан ашыу мәк үләне утта юҡ ителгән. Был турала “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына идаралыҡтың матбуғат хеҙмәте вәкиле Роман Покотило хәбәр итте. “Наркотиктар менән сауҙа итеүҙән килгән килем ике миллион ярым һумдан ашып китер ине,” – тип тә өҫтәне ул.

Суд ҡарарына ярашлы, енәйәт эше материалдары буйынса енәйәтсенең ғәйебен иҫбат итеүсе булып торған наркотиктар юҡ ителергә тейеш. Наркоконтроль идаралығы тәфтишләгән енәйәт эштәрен тикшереү һөҙөмтәһендә, республика судтары менән 150 хөкөм ҡарары сығарылған.

Миҫалға, Башҡортостан биләмәһендә хәрби хеҙмәткә тиклемге йәштәге егет ярҙамында 600 грамм героин һатырға ниәтләгән Чечен республикаһының 29 йәшлек гражданына ҡарата асылған эш буйынса наркотиктар юҡ ителгән. Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы суды ирҙе ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына ете йылға иркенән мәхрүм итеүгә, енәйәттәшен  дүрт йылға тәрбиә колонияһына ебәрергә хөкөм сығарған.

2009 йылда БР буйынса идаралыҡ менән барыһы 400 килограмм наркотик, шул иҫәптән 15 килограм героин, 300-ҙән ашыу марихуана, шулай уҡ 10 миллион һумдан ашыу суммаға тиң синтетик наркотиктар юҡ ителгән.  

Был наркотик матдәләр 2009 йылда тикшерелгән 500-ҙән ашыу енәйәт эше буйынса әйберләтә дәлил булған.