Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Яңы йылдың 1 ғинуарынан "Алтын шайба" старт ала

Йәмғиәт

“Өфө — сәләмәт тормош яҡлы” VI  фестиваль иҫәбенән ихата командалары араһында Өфөлә хоккей буйынса “Алтын шайба” ҡала беренселеге  башлана.  Ярыштар ике этапта үтәсәк.

I этап — квалификацион район ярыштары — балалар-үҫмерҙәр турниры 2010йылдың 1 — 24 ғинуарында урта мәктәптәрҙә, мәктәп-интернаттарҙа, үҫмерҙәр клубында, йәшәү урыны буйынса Өфө райондарындағы үҙәктәрҙә үтә.

II этабы — 28 ғинуарҙан 7 февралгә ҡәҙәр ҡала финал уйындары: йәш айырмаһы буйынса дүрт төркөмдә үтә:

кесе төркөм (1999-2000 йылғылар) –   28-нән 30 ғинуарға тиклем;

урта төркөм (1997-1998 йылғы балалар) –  1 — 3 февралдә;

ололар төркөмө (1995-1996 й.) –   5 — 7 февралдә;

өлкәндәр төркөмө (1994 һәм унан олораҡтар) – 18 — 24 ғинуарҙа.

Ярыштарҙа урта мәктәптәр, һөнәри училище, мәктәп-интернаттар, балалар йорто. торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар һәм үҫмерҙәр клубы командалары ҡатнаша.

Командалар составында “Салауат Юлаев”, “Алмаз”, “Торос” балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре һәм/йәки 2009-2010 уҡыу йылында үрҙә һаналған уҡыу йорттарынан ҡыуылғандар ҡатнаша алмай.

Ҡала финал уйындары еңеүселәре өс төрлө йәш категорияһында “Алтын шайба” клубының республика турнирында ҡатнашасаҡ.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть