6 декабрь, Шишәмбе

29 декабрь 2009 йыл, 16:54

Опера һәм балет театрында – балалар өсөн байрам тамашалары

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Байрам алды һәм байрам көндәрендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында балалар өсөн тамашалар үткәреләсәк. Атап әйткәндә, 29 декабрҙә —«Том Сойер» балеты, 30 декабрҙә — «Алтын себеш» һәм «Леопольд исемле бесәйҙең тыуған көнө» мюзиклдары.

Яңы йылда опера һәм балет театры 4 ғинуарҙа уҡ эшкә тотонасаҡ. Был көндө театр сәхнәһендә «Бремен музыканттары» мюзиклын һәм «Золушка» балетын ҡуясаҡтар. Унан һуңғы көндәрҙә театрҙа ҡайтанан «Том Сойер», «Алтын себеш» һәм «Леопольд исемле бесәйҙең тыуған көнө» спектаклдәрен күрергә мөмкин буласаҡ.

Тамашасыларға уңайлы булһын өсөн бөтә спектаклдәр көндөҙ башлана.

Өҫтәп шуны ла әйтеп китәйек, Мексикалағы оҙайлы гастролдәрҙән һуң театрҙың балет труппаһы бөгөн тәүге тапҡыр үҙ сәхнәһендә сығыш яһаны. Уҙып барыусы йылда Башҡортостан бейеүселәрен тағы ла 30 декабрҙә «Лебединое озеро» балетында күрергә мөмкин буласаҡ.