6 декабрь, Шишәмбе

29 декабрь 2009 йыл, 16:33

Инвалидтар ойошмаларына субсидиялар бүлеү ҡағиҙәләре раҫланды

автор: Юлай Мәғсүмов

2010 йылда дөйөм Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаларына дәүләт ярҙамына субсидиялар биреү тәртибе билдәләнде.

Раҫланған ҡағиҙәләргә ярашлы субсидиялар түбәндәге дөйөм Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаларына бирелә: “Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте”, “Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте”, “Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте”, “Афғанстандағы һуғыш инвалидтарының дөйөм Рәсәй йәмғиәте”.

РФ Хөкүмәтенең 2009 йылдың 22 декабрендәге 1067-се ҡарарында әйтелгәнсә, субсидиялар инвалидтарҙың социаль проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелгән устав эшмәкәрлеген бойомға ашырыу менән бәйле сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплауға бирелә.