Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Байрамдарҙа өҫтәмә поездарҙа 50 процентлы ташламалар иғлан ителгән

Иҡтисад

Куйбышев тимер юлы Яңы йыл байрамдары һәм ҡышҡы каникул ваҡытына өҫтәмә поездарҙың купе вагондарында йөрөүгә 50 процентлы ташламалар билдәләй.

Куйбышев тимер юлының йәмәғәтселек менән бәйләнештәр хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 23 декабрҙән алып киләһе йылдың 13 ғинуарына тиклем алыҫҡа йөрөүсе поездарҙың купе вагондарында ярты хаҡҡа сәйәхәткә сығырға мөмкин.

Шулай итеп, ташламаны иҫәпкә алғанда, купе һәм СВ вагондарына билет хаҡы плацкарт вагондағына тиңләшә.  

Куйбышев магистраленең Башҡортостан бүлегенә килгәндә иһә, ташламалар менән 123-сө, 239-сы һанлы “Өфө — Мәскәү”, 240-сы, 356-сы һанлы “Мәскәү — Өфө” өҫтәмә поездарында ҡулланырға була.

Ташламалы билетты тимер юл кассаларында, шулай уҡ интернет аша ла һатып алырға мөмкин.

    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть