10 декабрь, Шәмбе

29 декабрь 2009 йыл, 15:52

Әсә батырлығы өсөн – дәүләт наградалары

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов ғаиләһендә биш һәм унан да күберәк балалар тәрбиәләгән батыр әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалдарын тапшырҙы. Алтмыш ҡатын-ҡыҙ – алтмыш еңел булмаған яҙмыш. Улар үҙенсәлекле кешеләр, ғаиләләре лә уларҙың айырылып тора. Ҡыйынлыҡтар, мәшәҡҡәттәре күп, әммә бәхеттәре унан да күберәк. Бындай ҡатындар башлыса үҙҙәрен ғаиләгә бағышлай, шуға ла араларында хужабикәләр күберәк. Карьера улар өсөн түгел, әсә булыу – төп бурыс. Башҡортостанда күп балалы әсәләр һәр ваҡыт махсус иҫәптә. Республикабыҙ Президенты Мортаза Рәхимов та уларға йылы ҡарашта. Һәр әсәгә йылы һүҙен табыр, тормошо, балалары менән ҡыҙыҡһыныр.

— Мин бындай осрашыуҙа 82-се тапҡыр ҡатнашам, — тине Мортаза Рәхимов, тантананы асып. – Миҙалдарҙы 4670 әсә алған да инде. Кемдәрҙең туғыҙ йәки ун балаһы бар икән, уларға машина бирәбеҙ. Күп балалы ғаиләләргә ташламалар ҙа ҡаралған.

“Ғаилә бәхете — социаль именлек рецебы,” — ти Президент. Ғаиләлә барыһы ла һәйбәт булһа, унда ялҡауҙар һәм енәйәтселәр түгел, илебеҙҙең, республикабыҙҙың ысын граждандары үҫә. Ашатыу һәм эсереү – ат-әсә өсөн ярты эш. Баланы дөрөҫ тәрбиәләү, сабый аңына дөйөм кешелек һәм гражданлыҡ ҡиммәттәрен һалыу, аҡты ҡаранан айырыу күпкә ауыр. Үкенескә күрә, хәҙерге Рәсәй йәмғиәтенең ярайһы ғына ҙур өлөшө социаль именлеккә ҡағылышы булмаған ҡиммәттәргә таяна.

Республика Президенты Рәсәй халҡының йылына миллион кешегә кәмеүен билдәләне. Юлдарҙа үлемесле авариялар күп, күптәр алкоголь менән артыҡ мауыға, һәм ошоноң арҡаһында ҡайһылары кеше үлтереүгә бара. Һуңғы йылдарҙа тағы бер ижтимағи проблема – суицидтар артты. Өмөтө һүрелгән, юғалып ҡалған ололар ғына түгел, балалар ҙа үҙтеләге менән яҡты донъянан китә. Йәмғиәт өсөн балаларҙың был донъяла йәшәргә теләмәүенән дә ҡурҡынысыраҡ нимә бар? Балалар суициды – ауырыу йәмғиәт билдәһе. Ә икенсе яҡтан ҡарағанда, телевидениенан кешеләрҙе ҡан ҡойошҡа, көс ҡулланыуға һәм насарлыҡҡа ғына өйрәткән йәмғиәттән башҡа нимә көтөргә һуң?

Ғаилә балаға ныҡлы нигеҙҙҙе тойорға, был һүҙҙең ысын мәғәнәһендә Кеше булырға ярҙам итергә тейеш. ә үҙ урыныңды табыу, һөнәри үҫешкә булышлыҡ итеү иһә дәүләт бурысы. Башҡортостанда дәүләт сәйәсәте һәр ваҡыт – хатта ауыр көрсөк йылдарында ла -  социаль өлкә үҫешенә йүнәлтелгән. Башлыса тап ошондай сәйәсәи арҡаһында, ниһайәт, кире демографик динамиканы үҙгәртергә мөмкинлек тыуҙы. Сабыйҙар күберәк тыуа. Миграция сальдоһы  ла – ыңғай, тимәк, беҙҙә халыҡ йәшәргә һәм эшләргә теләй.

Күп балалы әсәләрҙең күбеһе, Президент ҡулынан миҙал алғас, заманса мәктәптәр, һәйбәт юлдар, ташламалар, матди ярҙам өсөн рәхмәтен белдерҙе.

— Беҙ һеҙҙән торлаҡ йортҡа сертификат алып, өй туйланыҡ та инде, — тип шатлығы менән уртаҡлаша биш бала әсәһе, Стәрлетамаҡтан хужабикә Наталья Федорова. – Беҙгә матди ярҙам күрһәтеүегеҙ өсөн рәхмәтемде еткерергә теләйем.

— Беҙ ут менән зәңгәр яғыулыҡҡа ташламалар ҡулланабыҙ, — ти Күгәрсен районынан Әҡлимә Биктимерова. – Был беҙҙең өсөн ҙур ярҙам. Ә балаларыбыҙ матур, заманса мәктәптәрҙә уҡый.

Ысынлап та, республикала төҙөлгән мәктәптәргә һүҙ тейҙергеһеҙ. Ауыл мәктәбеме ул, ҡаланыҡымы – бер ҡарауҙан уларҙы ҡайһы берҙә айырып та булмай. Быйыл ғына төҙөүселәр Башҡортостанда ҡырҡҡа яҡын мәктәпте сафҡа индерҙе. Һәм был — көрсөк йылында, иҡтисад ҙур ауырлыҡтар кисергәндә, бюджет килемдәре ҡыҫҡартылған мәлдә! Мәктәп һәм балалар баҡсаһы артабан да төҙөләсәк – ғаиләләр генә имен булһын, киләсәктән ҡурҡмай, ҡатын-ҡыҙҙар сабыйҙарға ғүмер бирһен.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙы дәүләт наградалары һәм Яңы йыл менән ҡотлап, Мортаза Рәхимов ихлас күңелдән уларға сәләмәтлек һәм бәхет теләне.