5 декабрь, Дүшәмбе

29 декабрь 2009 йыл, 15:30

Урман хужалыҡтары етәкселәренә яңы техниканан асҡыстар тапшырылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөгөн Өфө районында Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы учреждениелары һәм предприятиелары етәкселәренең кәңәшмәһе үтте. Унда республиканың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин, Өфө районы хакимиәте башлығы Владимир Незнанов һәм бөтә республиканан 31 урман хужалығы етәксеһе ҡатнашты. Ягодная Поляна ҡасабаһында семинарҙа ҡатнашыусылар «Лесовод» уҡыу-тәжрибә үҙәгенең производство базаһы менән танышты. Был үҙәктә урман хужалығы белгестәре янғынға ҡаршы әҙерлек үтә. «Лесовод»та урман янғындарын һүндереү тактикаһы һәм кәрәкле техника менән таныштылар.  

Һуңынан урман хужалыҡтары етәкселәренә БР Урман хужалығы министрлығы һатып алған ВАЗ 21214 «Нива» и УАЗ39094 «Фермер» автомобилдәренән асҡыстар тапшырылды. Дөйөм алғанда, Башҡортостан урман хужалыҡтары автопарктары  26 берәмеккә тулыланды. Бөтә автомобилдәр яҡын араларҙа 800 мең һумға махсус янғын һүндереү ҡорамалдары менән тәьмин ителәсәк.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда Урман хужалығы министрлығы автопаркы ярайһы уҡ яңырҙы. 2008 йылда федераль бюджеттан субвенциялар иҫәбенә дәүләт учреждениелары — урман хужалыҡтары өсөн 12 еңел автомобиль һатып алынды. Быйыл  40 автомобиль (12-һе – урман-патруль автомобиле) алынды, шул иҫәптән 25-е — федераль бюджеттан субвенциялар иҫәбенә һәм 12 — урман хужалыҡтарының үҙҙәренең бюджеттан тыш табыштары иҫәбенә. 2008-2009 йылдарҙа урман хужалыҡтары техникаһы 20 процентҡа яңыртылды.