9 декабрь, Йома

29 декабрь 2009 йыл, 14:05

Тәлғәт Тажетдин Почет ордены менән бүләкләнде

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Кремлдең Екатерина залында илдең юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдинды Почет ордены менән наградланы.

Шулай уҡ ил башлығы тағы ла 40-ҡа яҡын күренекле ватандашыбыҙға дәүләт наградалары тапшырҙы. Наградланыусылар араһында Свердловск өлкәһенең экс-губернаторы Эдуард Россель, артистар Михаил Боярский һәм Роман Виктюк, «Эрмитаж» директоры Михаил Пиотровский, Рәсәй православие сиркәүенең Калуга епархияһы идарасыһы митрополит Климент, “Нева экспресы” аварияһы ваҡытында юғары профессионализм һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән машинист Александр Антонов, Маяковский исемендәге Мәскәү  академия театрының художество етәксеһе Сергей Арцибашев, ТВЦ-ла «Постскриптум» программаһы етәксеһе Алексей Пушков һәм башҡа билдәле фән, мәҙәниәт, сәнғәт һәм бизнес вәкилдәре.

Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары Ватаныбыҙҙы һаҡлауҙа, дәүләт ҡоролошонда, иҡтисадта, фәндә, мәҙәниәттә, тәрбиәлә, мәғарифта, граждандарҙың һаулығын, ғүмерен һәм хоҡуҡтарын һаҡлауҙа, хәйриә эшмәкәрлегендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн граждандарҙы дәртләндереүҙең юғары формаһы булып тора. Дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында Указдарҙы РФ Президенты үҙе сығара.

Почет ордены алған Тәлғәт Тажетдин илебеҙҙә тыныслыҡты, мәҙәни-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты нығытыу өсөн бик күп эшләне. Юғары мөфтөй күп тапҡырҙар төрлө дини ағымдар лидерҙары араһында һөҙөмтәле диалог, шулай уҡ бөтә Рәсәй мосолмандарын берләштереү өсөн сығыш яһаны.

Тәлғәт Тажетдиндың ҡаҙаныштары дәүләт, шулай уҡ донъяның ҙур дини тәғлимәттәре вәкилдәре тарафынан күп тапҡырҙар билдәләнде. Мәҫәлән, быйыл декабрь башында сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙҙың III Бөтә донъя конгресында Тәлғәт Тажетдин II дәрәжә изге кенәз Даниил Московский ордены менән наградлана. Илебеҙҙә дини-ара диалогты нығытыу буйынса күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн уға был орденды Мәскәү һәм бөтә Рәсәй патриархы Кирилл тапшыра.