11 декабрь, Йәкшәмбе

29 декабрь 2009 йыл, 12:24

“Урал Лото” автомобиле Стәрлетамаҡҡа китә

автор: Любовь Колоколова

Бына тағы бер табышты атып алдылар: “Урал Лото” компанияһының “Машинаға һунар” акцияһында ниндәйҙер һунарсы яңы Hyundai Getz автомобилен отто. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Урал Лото” бер-бер артлы ете тиражда -  үтеп барған йылдың 20 декабренән алып алдағы йылдың 31 ғинуарына ҡәҙәр –яңы Hyundai Getz автомобилен уйната. Акцияла билеттағы бөтә ставкалар ҙа ҡатнаша, һәм шуға ла иң тәүәккәл һунарсылар ғына лотерея бланкыһында күп юлдарҙы тултыра ала.

Тик бына “тимер аттарҙың” һаны кәмегәндән-кәмей бара. Үткән аҙнала тәүге автомобиль хужаһы – пенсионер Әхәт Рәхмәтуллин ҡаланан Салауатҡа юлланды. Уҙған йәкшәмбелә, 27 декабрь, БЮТ каналының тура эфирында тағы бер автомобиль уйнатылды. Ул 0402678678 номерлы билеттағы беренсе ставкалы еңеүсегә эләкте. Ставка 14-се тиражда ҡатнашыусы 425 537 ставканан һайланып алынды. Хәҙер еңеүсе эҙләнә. Был һунарсы ставканы Стәрлетамаҡта яһаған. Был ҡалала йәшәүселәр, тауыш бирегеҙ! Билет номерына иғтибар итегеҙ.

Акцияны ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, тағы ла уйнатылмаған биш машина ҡалды. Ставкаларҙы ҡуйырға ашығығыҙ! Яңы  Hyundai Getz автомобиле бик шәп яңы йыл бүләге буласаҡ.  

темалар: лотерея