Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Ғинуарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһына концерттарға рәхим итегеҙ

Йәмғиәт

Байрам көндәрендә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Яңы йыл концерттары серияһы үтәсәк.

Уларҙың береһе — «Аҡ кистәр, аҡ хистәр» ретро-концерты. Тамашасыларҙың күп һанлы һорауҙары буйынса ул бер көн генә түгел, ә өс көн буйына, 3 ғинуарҙан 5-енә тиклем, барасаҡ.

Башҡорт дәүләт филармонияһының был Яңы йыл проектында Флүрә Килдейәрова, Фидан Ғафаров, Нәзифә Ҡадирова, Фәдис Ғәниев, Әлфиә Юлсурина, Вәхит Хызыров, Марсель Ҡотоев, «Далан», «Карауанһарай» төркөмдәре һәм башҡалар ҡатнашасаҡ. Байрам концертына шулай уҡ Ҡазандан махсус ҡунаҡтар — Айгөл Һағынбаева менән Филүс Ҡаһиров саҡырылған.

6 ғинуарҙа филармонияның Ҙур залында рок-н-ролл һәм блюз яратыусыларҙы «OFF Beat» (Мәскәү) төркөмө менән осрашыу көтә.

«Стилягалар әйләнеп ҡайтты!»  («Стиляги вернулись!») концерты программаһы бик ҡыҙыҡлы булырға оҡшай, ул уҙған быуаттың 50-60-сы йылдарындағы дәртле хиттарҙан торасаҡ. «OFF Beat» төркөмө составында Денис Мажуков (рояль/вокал), Алексей Фетисов (контрабас/гитара), Сергей Ефименко (гитара), Александр Тимофеев (һуҡма) сығыш яһаясаҡ.

Балалар өсөн байрам тамашаларына килгәндә, 2-8 ғинуарҙа филармонияла көн һайын “Сәғәттәр короллегендә Яңы йыл карнавалы” әкиәте барасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть