Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Ағиҙел ярындағы микрорайонды планлаштырыу буйынса тыңлауҙар үткәрелә

Сәйәсәт

Ҡала хакимиәте Өфөнөң Ленин һәм Киров райондарында Нехаев, Красин, Аксаков, Зәки Вәлиди, Алтай урамдары һәм Ағиҙел йылғаһы менән сикләнгән биләмәне планлаштырыу проекты буйынса тыңлауҙар үткәрәсәк. Өфө ҡала Советы депутаттары  ошондай ҡарар ҡабул итте.

Ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рәшит Сатаров хәбәр итеүенсә, тыңлауҙар кешенең уңайлы тормош шарттарына хоҡуҡтарын күҙәтеү маҡсатында үткәреләсәк. Тораҡ микрорайонын планлаштырыу 259 гектар майҙанды солғап ала һәм әлеге ваҡытта унда йәшәүсе 27,6 мең кешенең мәнфәғәттәренә ҡағыла.

Биләмәне планлаштырыу проекты буйынса үҙ тәҡдимдәрен өфөләр ҡала округы Советына бер ай эсендә ебәрә ала. Тыңлауҙар Өфө хакимиәтенең Баш архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы бинаһында 2010 йылдың 27 февралендә сәғәт 10-да үткәреләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть