4 декабрь, Йәкшәмбе

29 декабрь 2009 йыл, 10:59

Йорттарҙы ремонтлау дауам иттереләсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә торлаҡты капиталь ремонтлау 2010 – 2011 йылдарҙа ла дауам иттерелергә тейеш. Өфө ҡала Советы депутаттары был маҡсатҡа Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондынан средстволар алыу өсөн ярашлы заявка әҙерләү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ирек Ялалов хәбәр итеүенсә, 2009 йылда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү программаһына ярашлы Өфөлә 246 күп фатирлы йортҡа капиталь ремонт яһалды. Эштәр барышында ике миллиард һумдан ашыу аҡса үҙләштерелде. Һөҙөмтәлә 90 мең самаһы өфөлө торлаҡ шарттарын яҡшыртты, ә дүрт меңдән ашыу төҙөүсе эш менән тәьмин ителде.

Торлаҡ фондын йылылыҡ менән тәьмин итеү системаларын яңыртыу буйынса эш дауам итә. Юл инфраструктураһын үҫтереүгә, ҡала коммуналь хужалығы ихтыяждары өсөн техника һәм ҡорамалдар һатып алыуға ҡала бюджетынан байтаҡ средстволар бүленә. Мәҫәлән, быйыл техника һатып алыуға 178 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде һәм 323 мең квадрат метрҙан ашыу юл ремонтланды.