Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Уҡыуҙағы ҡаҙаныштарға – юғары награда

Йәмғиәт

БР Мәғариф министрлығында Әхмәт-Зәки Вәлиди стипендиаттарын тантаналы ҡотлап үттеләр. Быйылғы йылда стипендияны дүренсе тапҡыр тапшыралар. Уға дәғүә итеүселәр — Башҡортостан тарихын өйрәнеүгә  бәйле фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлегендә уңыштарға өлгәшеүсе 15 студент һәм вуз аспиранттары. Һәләтле йәштәрҙе БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров ҡотланы.

— Республика етәкселеге тарафынан һәләтле йәштәргә ҙур иғтибар бүленә, — тине ул. — 1994 йылдан алып өлкәлә юғары һәм урта профессиональ белем биреү учреждениеларының 335 студентына, аспирант һәм докторына БР Президенты стипендияһы тапшырылып килә. М.Аҡмулла, И.Ш.Мөҡсинова, М.Кәрим стипендиялары ла булдырылған.

— Ә.-З. Вәлиди стипендияһы 2005 йылда күренекле ғалим, сәйәси эшмәкәр, Башҡорт автономиялы республикаһына нигеҙ һалыусы Әхмәт-Зәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 115 йыл тулыу айҡанлы булдырыла.

— Был стипендия социаль ярҙам ғына булып тормай, шулай уҡ Башҡортостан фәне һәм мәҙәниәте традицияларын аяҡҡа баҫтырыу һәм һаҡлау, йәш ғалимдарҙы күренекле фән эшмәкәрҙәре өлгөһөндә тәрбиәләү һәм уларҙың фәнни мираҫын тулы үҙләштереү маҡсатында булдырылған, — тип билдәләне мәғариф министры.

БР хөкүмәте ҡарары менән үткән йыл стипендия күләме арттырылды. 2005-2007 йылдарҙа студенттар 600 һум алһа, хәҙерге сумма 1200 һум тәшил итә. Аспиранттар иһә элекке 1200 һум урынына 2000 һум аласаҡ.

  

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть