10 декабрь, Шәмбе

29 декабрь 2009 йыл, 10:18

Волга буйы федераль округының йәш ғалимдары тағы ла Өфөлә йыйыла

автор: Лиә Нәғимова

Киләһе йылдың март аҙағында – апрель баштарында Өфөлә Волга буйы федераль округы буйынса Рәсәй йәш ғалимдар союзының семинар-кәңәшмәһе үткәрелә. Был сара “Мәғариф. Фән. Карьера-2010” Х юбилей махсус күргәҙмәһе сиктәрендә үтәсәк. Унда Рәсәй йәш ғалимдар союзының төбәк бүлексәләре етәкселәре, юғары уҡыу йорттары һәм академик институттарҙың йәш ғалимдар советтары рәйестәре ҡатнашасаҡ.

— Тикшереүгә сығарыласаҡ төп темалар булып һәләтле йәштәрҙе ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә йәлеп итеү һәм ғилем-мәғариф өлкәһендә кадрҙар әҙерләүҙе арттырыу проблемалары торасаҡ, — тип билдәләй БР Йәш ғалимдар союзы рәйесе Айрат Нәзиров. – Йәш ғалимдарҙың инновацион әүҙемлеген һәм академик тупланғанлығын күтәреү мәсьәләләре лә бөгөн шулай уҡ актуаль булып ҡала.

Волга буйы федераль округы төбәктәренән йәш ғалимдар Өфөгә икенсе тапҡыр йыйыла инде. Ошондай уҡ кимәлдәге тәүге сара – Волга буйы федераль округының I Йәш ғалимдар форумы – Башҡортостан баш ҡалаһында быйыл 13-15 майҙа Башҡортостанда Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы билдәһе аҫтында үтте. Уны РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Аппараты, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм БР Хөкүмәте хуплап сыҡты. Айрат Нәзиров әйтеүенсә, республикабыҙҙың йәш ғалимдары өсөн был форум 2009 йыл йомғаҡтары буйынса иң ҙур һәм һөҙөмтәле сара булды, иң киҫкен проблемаларҙы асыҡларға һәм уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләргә ярҙам итте. Алдағы семинар-кәңәшмә лә мөһим булырға оҡшай.