7 декабрь, Шаршамбы

29 декабрь 2009 йыл, 9:02

Виктор Садовничий Мортаза Рәхимовҡа рәхмәт белдерҙе

автор: «Башинформ»

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры Виктор Садовничийҙан хат килде. Хатта юғары белемгә булышлыҡ иткән һәм Башҡорт дәүләт университетының 100 йыллығына арналған сараларҙы үткәреүҙә ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт белдерелә.

Хатта шулай тиелә:

“Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

Мәскәү дәүләт университеты делегацияһын Башҡортостан ерендә йылы, ихлас ҡабул иткән өсөн Һеҙгә рәхмәт белдерергә рөхсәт итегеҙ. Мәскәү дәүләт университеты менән Башҡорт дәүләт университетын ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Башҡорт дәүләт университетындағы профессорҙар һәм уҡытыусыларҙың байтаҡ өлөшө Мәскәү университеты мәктәбен үткән.

Өфөлә Башҡорт дәүләт университетының 100 йыллығын байрам иткән көндәрҙә Классик университет белеме биреү буйынса уҡыу-методик берекмә президиумы ултырышы уңышлы үтте.

Ошо форумды үткәреү өсөн яҡшы шарттар булдырған һәм Башҡортостан Республикаһында юғары белемгә булышлыҡ иткән өсөн Һеҙгә тағы ла бер тапҡыр рәхмәт белдерергә теләйем.

Һеҙҙе яҡынлашып килгән 2010 йыл менән ихлас ҡотлайым. Һеҙгә бәхет, һаулыҡ, именлек һәм Башҡортостан Республикаһының сәскә атыуын теләйем.

Ихтирам менән, Рәсәй Ректорҙар союзы президенты, Мәскәү дәүләт университеты ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Виктор Садовничий”.