5 декабрь, Дүшәмбе

28 декабрь 2009 йыл, 17:38

Өфөлә IMAX (Аймакс) кинозалы рәсми асылды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

IMAX (Аймакс) цифрлы кинозалы хәҙер Башҡортостан баш ҡалаһында ла бар. Бөгөн “Искра” кинокомплексы базаһында Өфө  IMAXын рәсми асыу уҙғарылды. Унда БР Премьер–министрының беренсе урынбаҫары – финанс министры Айрат Ғәскәров, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев, Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы Владимир Дмитрюк һәм “Планета кино” кинокомплекс селтәренең генераль директоры Константин Воронцов ҡатнашты. Тантанала булған хөрмәтле ҡунаҡтарға, һәм шулай уҡ уҡыусыларға IMAX 3D форматында “Космик станция” документаль фильмы күрһәтелде.

Константин Воронцов әйтеүенсә,  IMAX – Канада технологияһының бөтә стандарттары буйынса рекордлы ҡыҫҡа ваҡытта төҙөлгән Рәсәйҙәге тәүге цифрлы кинозал. Уны төҙөү 2009 йылдың 7 сентябрендә башланғайны.

IMAX залында киттың ысын ҙурлығын күрһәтә алырлыҡ 21 метрҙан ашыуыраҡ ҙур экран ҡуйылған. Фильмдарҙы күрһәтеү бында тетрәндергес цифрлы тауыштар менән оҙатылып бара.

Өфө IMAX-ы 350 урынға иҫәпләнгән, әлегә кинозалда бер генә фильм – Джеймс Кэмерондың “Аватар” картинаһы күрһәтелә. Сеанстар көнөнә алты тапҡыр үтә.

Әйткәндәй, IMAX социомәҙәниәт өлкәһендә мөһим урын биләй, сөнки бындай залдарҙа  дөйөм белем биреү, фәнни, социаль йүнәлешле фильмдар күрһәтелә.

Бөгөнгө көндә 400 IMAX кинотеатры асылған. Рәсәйҙә улар дүртәү ине: Мәскәүҙә икәү, Санкт-Петербургта һәм Ҡазанда – берәү. Өфөләге IMAX иһә — бишенсе .

темалар: кино