10 декабрь, Шәмбе

28 декабрь 2009 йыл, 17:40

Яңы йыл алдынан социаль шыршы байрамдары үткәрелә

автор: Эльмира Сабирова

Күп балалы, тулы булмаған, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән, инвалид балалар, приюттарҙа тәрбиәләнеүселәр был көндәрҙә Яңы йыл шыршыһы байрамына йөрөйҙәр. Өфө хакимиәтенең Халыҡты социаль яҡлау буйынса идаралығы уларға мәктәпкәсә тиклемге һәм мәктәп йәшендәге балаларҙы саҡыра.

Мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙар өсөн театрлаштырылған тамашалар ауырыу спецификаһын иҫәпкә алып төҙөлгән: бында, иң мөһиме, улар арымаһын һәм байрам атмосфераһын тулыһынса тойһон өсөн тырышҡандар.

Быйыл тәүге тапҡыр байрамға коляскаға ултырып йөрөгән инвалид балалар саҡырылған. Улар әкиәт һәм мажаралар донъяһына 29 декабрҙә, шишәмбе көнө, килә ала.

Ауырыу сәбәпле байрамға килә алмаған балаларҙы өйҙәренә барып ҡотлаясаҡтар. Был ябай бүләк тапшырыу ғына булмаясаҡ. Бына нисәнсе йыл рәттән халыҡты социаль яҡлау комитеты хеҙмәткәрҙәре, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу булып кейенеп, ҙур булмаған байрамса ҡотлау ойоштора.