9 декабрь, Йома

28 декабрь 2009 йыл, 17:22

Эльвира Кунина Илдуса Илешевҡа рәхмәт белдерҙе

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев исеменә Рәсәй Дәүләт Халыҡ ижады йорто директоры,  ЮНЕСКО эштәре буйынса РФ Комиссияһы ҡарамағындағы матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса Рәсәй Комитеты рәйесе Эльвиры Кунинанан хат килде. Унда Бәләбәй ҡалаһы Мәҙәниәт йортоноң рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының уҙған көҙ Санкт-Петербургта үткән Николай Калинин исемендәге V Бөтә Рәсәй рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестрҙары һәм ансамблдәре конкурсында уңышлы сығыш яһағаны өсөн рәхмәт белдерелә. Башҡортостан коллективы лауреат исеменә лайыҡ була һәм өсөнсө дәрәжә диплом ала.

Хатта, атап әйткәндә, шулай тиелә: «Хөрмәтле Илдус Ғөбәйҙулла улы, беҙ Һеҙҙе һәм оркестр коллективын (етәксеһе — Павел Крылов) ҙур уңышығыҙ менән ҡотлайбыҙ, халыҡ уйын ҡоралдары музыкаһына ярҙам иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Ватан мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү эшендә артабан да уңышлы ижади хеҙмәттәшлеккә өмөт итәбеҙ».

Өҫтәп шуны әйтеп китәбеҙ, Николай Калинин исемендәге V Бөтә Рәсәй рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестрҙары һәм ансамблдәре конкурсында Рәсәйҙең иң яҡшы коллективтары — 30 субъекттан 1000-гә яҡын музыкантты йәлеп иткән 40 оркестр һәм ансамбль ҡатнашты. Улар араһында Карелия, Коми, Удмуртия, Башҡортостан республикаларынан, Алтай, Красноярск, Пермь, Приморье, Хабаровск крайҙарынан, Белгород, Брянск, Волгоград, Иркутск, Киров, Ленинград, Липецк, Магадан, Нижегородск, Новосибирск, Омск, Ырымбур, Орел, Һамар, Һарытау, Свердловск, Смоленск, Тверь, Силәбе, Ярославль өлкәләренән, Мәскәү ҡалаһынан коллективтар булды.