Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Айрат Ғәскәров менән осрашыуҙа ауыл уҡытыусыларына льготалар тикшерелде

Сәйәсәт

БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары —БР финанс министры Айрат Ғәскәровтың БР Профсоюздар Федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов һәм РФ Халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы рәйесе Светлана Пронина менән осрашыуында тикшерелгән төп мәсьәләләрҙең береһе булып 2009 йыл өсөн ауыл уҡытыусыларына коммуналь хеҙмәтләндереүҙәр буйынса льготалар биреү буйынса бурысты бөтөрөү мәсьәләләре торҙо.

Бынан тыш, БР Профсоюздар Федерацияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыуҙа дөйөм белем биреү учреждениеларын финанслау проблемалары күтәрелде.

Айрат Ғәскәров аңлатыуынса, ауыл белгестәренә льготалар биреүгә средстволар муниципаль райондар һәм ҡала округтары бюджеттарында ҡаралған.

— Бурыстың барлыҡҡа килеү сәбәптәре һәр биләмә буйынса айырым тикшереләсәк, — тине Айрат Ғәскәров. – Ләкин сәбәптәр ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, уҡытыусылар үҙҙәренә тейешле льготаларҙы алырға тейеш.

Осрашыу барышында ауыл уҡытыусыларының эш хаҡы мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть