10 декабрь, Шәмбе

28 декабрь 2009 йыл, 15:45

Салауаттар Президентҡа рәхмәт белдерҙе

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Салауат ҡалаһынан  "Олимп" балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Р.Р. Вәлиевтан хат килде. Унда коллектив һәм спортсылар исеменән республикала үткәрелгән социаль сәйәсәт өсөн рәхмәт белдерелә.

"Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

"Федераль бюджеттан РФ субъекттары бюджеттарына хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште кәметеүгә йүнәлтелгән өҫтәмә сараларҙы тормошҡа ашырыуға субсидиялар бүлеү тураһында” РФ Хөкүмәте ҡарарына ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһы Президентының 2009 йылдың 20 февралендәге 43-сө Указын тормошҡа ашырыу маҡсатында, "Снайпер" Салауат махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе дәүләттеке булмаған белем биреү учреждениеһы һәм "Олимп" балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе Салауат ҡалаһының халыҡты эш менән тәьмин үҙәге менән эшһеҙ граждандар һәм мәшғүллек үҙәгендә эш эҙләүсе граждандар өсөн йәмәғәт эштәре ойоштороу буйынса берлектәге эшмәкәрлек тураһында килешеү төҙөнө.

Ваҡытлыса эш урындары булдырыу арҡаһында беҙҙең ойошмаларға йәмәғәт эштәренә 100-гә яҡын кеше йәлеп ителде. Был программаны тормошҡа ашырыу процесында социаль мөһим объекттарҙа ҙур эш башҡарылды. Атап әйткәндә, "Снайпер" Салауат махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең спорт-сәләмәтләндереү комплексында бассейндың һәм спортзалдың 3800 квадрат метр майҙан менән түбәһен ябыу буйынса эштәр тулыһынса башҡарылды.

Салауатта берҙән-бер атыу тирында ҡайһы бер биҙәү эштәре башҡарылды, һыу менән тәьмин итеү монтажланды, электр сымдары тулыһынса алмаштырылды. Күп төрҙән алыш һәм велосипед спорты секциялары урынлашҡан "Полиатлон" балалар спорт клубында бөгөнгө көнгә капиталь ремонт тамамланған.

Бындай социаль программалар, илдәге иҡтисади хәлдәге кире үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, киләһе йылда ла дауам итер, тип өмөтләнәбеҙ.

Коллективтар, спортсылар һәм уларҙың ата-әсәләре исеменән барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ”.