10 декабрь, Шәмбе

28 декабрь 2009 йыл, 15:38

Өфө милиционерҙары балаларға байрам бүләк итте

автор: Лилиә Нәғимова

Өфөнөң Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре “Балаға байрам бүләк ит” ике көнлөк яңы йыл акцияһы ойошторҙо. Иҫәптә торған 36 баланың ғаиләһенә ҡотлауҙар, бүләктәр менән погонлы Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу йөрөп сыҡты.

Инспекторҙар ике көндә әҙ тәьмин ителеүсе һәм имен булмаған 13 ғаиләлә ҡунаҡта булды. Атап киткәндә, бындай ғаиләләрҙә өс-дүрт, хатта биш бала тәрбиәләнә. Һәр осраҡтағыса, аҙ тәьмин ителеүсе ғаиләлә ата-әсәләр балалары теләгән бүләкте алып бирә алмай. Өфөлә бөтәһе 2603 бала менән 1871 ғаилә милиция иҫәбендә тора.

Үҫмерҙәрҙе шулай уҡ милиционерҙар менән бергә  республиканың Балалар фонды хеҙмәткәрҙәре лә ҡотланылар һәм бүләктәр, яңы йыл спектаклдәренә саҡырыу ҡағыҙҙары тапшырып сыҡтылар.

“Башинформ” агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, бындай акциялар беренсе тапҡыр уҙғарыла, әммә ғаиләләргә яңы йыл алды визиты традицияға әйләндереләсәк.

Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренең, хәрби бурыс үтәгәндә һәләк булыусыларҙың балалары ла, шулай уҡ шефлыҡтағы Социаль приюттарҙың тәрбиәләнеүселәре лә иғтибарһыҙ ҡалманы. Уларға БР Эске эштәр бүлеге министрлығы яңы йыл иртәлектәре ойошторҙо.

Бынан тыш, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыусыларҙың өс балаһы Мәскәүгә Кремль яңы йыл шыршыһына барып  ҡайтты. Һәләк булған милиционерҙарҙың 154 ғаиләһе Министрлыҡта иҫәптә тора.