4 декабрь, Йәкшәмбе

28 декабрь 2009 йыл, 13:30

Сабит Суфияновтың тыуыуына 105 йыл тула

автор: Рауил Рамазанов

Бөгөн башҡорт шағиры Сабит Суфияновтың тыуыуына 105 йыл тула. Ул Әбүс әҙәби ҡушаматы менән замандаштар хәтерендә ҡалған.

Сабит Суфиянов 1904 йылда Учалы районы Сәфәр ауылында тыуа. Бик иртә етем ҡалып, Сәрмән балалар йортонда тәрбиәләнә. Әбүс 1924-29 йылдарҙа Ырымбур педагогик техникумында белем ала. Техникумды тамамлағандан һуң йәш шағир “Ударник” Учалы район гәзитенең мөхәррире, “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләй. 1933 йылда Әбүс Өфөгә күсеп килә һәм “Һәнәк” журналында яуаплы сәркәтип булып эшләй башлай. 1934-1935 йылдарҙа Сабит Суфияновты дәүләт идеологияһына тап килмәүсе мәҡәләләре өсөн фашлайҙар. Шағир эшһеҙ ҡала һәм Ҡазанға күсеп китергә мәжбүр була. Ләкин Әбүсте 1936 йылда ҡулға алалар һәм өс йылға хөкөм итәләр. 1949 йылдың октябрендә ҡабат ҡулға алына һәм ғүмерлеккә хөкөм ителә. 1957 йылдың декабрендә реабилитацияланғандан һуң шағир Өфөгә ҡайта, әммә эшкә төшә алмай. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул Мосолман зыяратында ҡәбер ҡаҙыусы булып эшләй.

Сабит Суфияновтың әҙәби эшмәкәрлеге балалар йортонда һәм педагогик техникумда уҡыған ваҡытта уҡ башлана. Үҙенең тәүге “Дауыл йыры” (1931)  поэмаһында ул Уралын һәм халҡын хәстәрләүсе патриот булараҡ сығыш яһай. Ауыл, тәбиғәт темаһы, пейзаж лирикаһы шағир ижадында үҙәк урынды биләй.

Төрмәлә яҙылған шиғырҙарында ул хөкөм итеүселәрҙе фаш итә, тыуған яғын, иректе һағына. Әбүс ғүмеренең аҙаҡҡы көнөнә тиклем яҡшы киләсәккә ышана һәм шиғыр йыйынтыҡтарын сығарырға әҙерләнә. Тик уларҙың берәүһе генә, “Урал мөхәббәте” исеме аҫтында, үҙе үлгәндән һуң, 1998 йылда ғына сығарыла.

2007 йылда Башҡортостан “Китап” нәшриәте Сабит Суфияновтың “Яҙмалар. (Хикәйәләр, көндәлектәр, хаттар)” китабын баҫып сығара.