3 декабрь, Шәмбе

28 декабрь 2009 йыл, 12:53

Алыҫ Көнсығыштағы Благовещенскиға Башҡортостан троллейбустары килде

автор: Любовь Колоколова

Амур өлкәһенең Благовещенск ҡалаһына Башҡортостандан коляскала йөрөүсе инвалидтар өсөн пандустар менән йыһазландырылған ике яңы троллейбус килтерелде. Был тәпәш иҙәнле троллейбустар «Башҡортостан троллейбус заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә әҙерләнгән һәм ватан троллейбустар эшләү тармағының сираттағы ҡаҙанышы булып тора.

Яҡын көндәрҙә троллейбустарҙы ҡала урамдарында йөрөтөп ҡараясаҡтар, шунан һуң файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Троллейбустар бер сәғәт интервал менән ике линия буйынса йөрөйәсәк. Пассажир-инвалидтар теге йәки был туҡталышта кәрәкле троллейбустың ҡасан килеүе тураһында диспетчер хеҙмәте телефоны аша шылтыратып белә ала.

темалар: транспорт