8 декабрь, Кесе йома

28 декабрь 2009 йыл, 12:18

Өфөлә ҡар менән көрәшеүгә 1257 дворник сыҡты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөгөн иртәнге сәғәт 6-нан Өфөнөң 1257 дворнигы баш ҡала ихаталарын ҡарҙан таҙартыуға сыҡты. Буран айырыуса “тырышҡан” урындарҙа тәгәрмәсле тракторҙар ҙа сығарылды. Бөгөн төндә ҡар артыҡ күп яумау сәбәпле, 134 трактор ғына йәлеп ителде. Тракторҙар паркында бөтәһе йорт эргәһе территорияларын һәм ихаталарҙы таҙартыу өсөн 199 берәмек техника иҫәпләнә.

"Өфөнөң торлаҡ хужалығы идаралығы" муниципаль унитар предприятиеһының маҡсатлы программалар һәм халыҡ менән бәйләнеш бүлеге начальнигы Альфред Зиннәтуллин хәбәр итеүенсә, байрам көндәрендә дворниктар ҡәҙимге режимда эшләйәсәк – баш ҡала ихаталарында тәртип буласаҡ.