Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

“Өфө” аэропортының производство күрһәткестәре юғары

Иҡтисад

“Өфө” халыҡ-ара аэропортында яҡынса йыл йомғаҡтары буйынса (декабрь аҙағына күҙалланған күрһәткестәрҙе иҫәпкә алып) 9300 осош яһалды, был планлаштырылғандан күберәк, әммә 2008 йыл кимәленән 17 процентҡа кәмерәк.

Башҡортостан Республикаһының аэровокзал комплексы аша бер миллион 225 мең пассажир хеҙмәтләндерелде –  2008 йылдағынан 71 мең кешегә аҙыраҡ.

“Өфө” Халыҡ-ара аэропорты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, производство күрһәткестәре иҡтисади көрсөк эҙемтәһендә кәмене. Әгәр ул тармаҡ буйынса уртаса 25 процентҡа етһә, беҙҙә 20 проценттан ашмай. Эҙмә-эҙлекле маркетинг сәйәсәте предприятиеға йылды зыянһыҙ тамамларға мөмкинлек бирҙе. Хәҙер төп баҫым күрһәтелгән хеҙмәтләндереүҙәрҙең ассортиментын киңәйтеүгә һәм сифатын яҡшыртыуға яһала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть