3 декабрь, Шәмбе

28 декабрь 2009 йыл, 11:29

Мортаза Рәхимов республиканың төньяҡ-көнсығышы буйлап эш сәфәрендә булды

автор: Евгений Рәхимҡолов, Эльвира Латипова | фото: Александр Данилов

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов шәмбе көнө, 26 декабрҙә, республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында булып ҡайтты. Сәфәрҙең маҡсаты – социаль инфраструктура объекттарының эше менән бәйле мәсьәләләрҙе урында хәл итеү.

Уны төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин һәм мәғариф министры Зиннәт Аллаяров оҙатып йөрөнө.

Ҡыйғы районында Президент медиктар өсөн буласаҡ торлаҡты ҡараны. Үрге Ҡыйғы ауылында Үҙәк район дауаханаһының элекке хирургия корпусының ике ҡатлы бинаһы дөйөм ятаҡ итеп үҙгәртеп төҙөлә. Әлеге ваҡытҡа уның түбә ябыуы яңыртылған, инженер коммуникациялары төҙөлгән. Бина сайдинг менән көпләнә. Объектты тапшырыу февралгә планлаштырылған.

Балаҡатай районының Яныбай ауылында был көндө мәктәп һәм балалар баҡсаһы тантаналы асылды. Заманса талаптарға яуап биргән яңыртылған мәктәпкә хәҙер капиталь төкәтмә өҫтәлде, унда спорт залы һәм оҫтахана урынлашҡан. Мәктәптең майҙаны 1750 квадрат метрға тиклем ҙурайҙы. Ә балалар баҡсаһы итеп торлаҡ йорт үҙгәртеп ҡоролдо. Хәҙер педагогтарға һәм тәрбиәләнеүселәргә иркенерәк тә, йылыраҡ та, хәүефһеҙерәк тә буласаҡ: элек балалар баҡсаһы иҫке ағас бинала урынлашҡайны.

Ошо уҡ райондың Ямаш ауылында реконструкциянан һуң Мәҙәниәт йорто асылыуын байрам иттеләр. Эштәр июнь айында башланғайны. Хәҙер иҫке клубты танырлыҡ та түгел – уның урынында үҙ статусына тулыһынса тап килгән ысын Мәҙәниәт йорто ҡалҡып сыҡты.

Дыуан районында республиканың төньяҡ-көнсығышында берҙән-бер ауыл хужалығы профилендәге уҡыу йорто – аграр техникум үҙгәртеп ҡорола. Техникумды уҙған быуаттың 90-сы йылдарында уҡ реконструкцияларға ҡарар итәләр, әммә килеп сыҡмай: 2000 йылда эште туҡтаталар. Бына 2009 йылдың октябрендә генә төҙөүселәр ҡайтанан эшкә тотона. Әлеге көндә эштәр тамамланыуға яҡынлаша, биҙәү һәм түбә ябыу эштәре бара.

Мортаза Рәхимов булған һуңғы объект — «Янғантау» санаторийы эргәһендәге дөйөм белем биреү мәктәбе. Унда әле реконструкция алып барыла, төкәтмә иҫәбенә мәктәптең майҙаны ике тапҡырға ҙураясаҡ.